Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.03.17

Республикала экологик видеороликтар конкурсы иғлан ителгән

Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сиктәрендә Башҡортостанда «Планетабыҙ берәү!» экологик видеороликтар конкурсы бара.

Проектта 14 йәштән өлкәнерәктәр йәки коллектив ике видеоролик тәҡдим итә ала.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, сюжеттың ваҡыты дүрт минуттан да артмаҫҡа тейеш. Мобиль телефондарға һәм һанлы видеокамераға төшөрөргә рөхсәт ителә. Видеоматериал менән бергә эштең авторы һәм уның хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтелгән хат һалырға кәрәк.

Конкурста ҡатнашыусылар анкета-ғаризаны һәм материалдарҙы 069.prok@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә тейеш.

Эштәр 2017 йылдың 1 апреленән 19 майға тиклем ҡабул ителә. Йомғаҡ 1 июндә яһала. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр һәм дипломдар көтә, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында.

Конкурстың төп бурыстары — йәмғиәттең экологик мәҙәниәтен күтәреү, республикала йәшәүселәрҙә тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәш быуынды социаль әһәмиәтле экологик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы