Яңылыҡтар

22.03.17

Республиканың мәғариф министры балалар баҡсаһы өсөн компенсацияның ниндәй осраҡта һаҡланыуын аңлатты

Башҡортостан мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Рәсәй» медиа үҙәгендәге матбуғат конференцияһында республикала ғаиләнең ниндәй килемендә балалар баҡсаһы өсөн компенсация һаҡланыуын аңлатты.

Әгәр элек балалар баҡсаһы өсөн субсидия (тәүге бала өсөн – 20 процент,  икенсегә – 50 процент, өсөнсөгә – 70) менән төбәктең бөтә халҡы ла файҙалана алһа, 1 марттан уны ысынлап мохтаждар ғына ала. Адреслыҡ принцибынан үтәүҙән сығып социаль ярҙам күрһәтеләсәк.

Гөлназ Шафиҡованың әйтеүе буйынса, 20, 50 һәм 70 процентлы компенсация тороп ҡала, уға ата-әсәләрҙең береһе дәғүә итә. Шул уҡ ваҡытта ғаилә килеме һәр кемгә 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы күләменән артмаҫҡа тейеш. Бөгөн республикала йәшәү минимумы 8323 һум тәшкил итә. Тимәк, һәр ғаилә ағзаһына 12 485 һумдан күберәк тура килмәгән ғаиләләр компенсацияға дәғүә итә ала.

«Был компенсацияны алыу өсөн 1 майға ҡәҙәр 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы күләменән әҙерәк килем алыуығыҙҙы раҫларға, йәғни тейешле белешмә тапшырырға кәрәк, — тип аңлатты республиканың мәғариф министры. — Беҙҙең яҡынса фараздар буйынса, бөгөнгә республикала тик 7-8,5 проценты ғына ошо ташламаны алмаясаҡ».

Муниципаль райондарҙа ата-әсәләргә белешмә алыу буйынса тотош эш механизмын һәм алгоритмын аңлатырға тейештәр.

Алдағы айҙарға ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк түләү хаҡында квитанция алған ата-әсәләргә нимә эшләргә кәрәк тигән һорауға Гөлназ Шафиҡова: үрҙә аталған (йәшәү минимумы хаҡында) шарттарға тура килгәндәрҙең барыһына ла яҡын ваҡыт эсендә ҡайтанан иҫәпләнәсәк, тип яуапланы.

Балалар баҡсаһына сиратта 1,5 йәштән өс йәшкәсә 48 меңләп бала тора, тип билдәләне ведомство башлығы. 2025 йылға был мәсьәлә яңы алмаш формаларын индереү һәм төҙөлөш иҫәбенә хәл ителәсәк.

«Бөгөнгө көнгә республикала 1,5 йәштән ете йәшкә тиклемге мәктәпкәсә балаларҙың 89 проценты балалар баҡсаһына йөрөй», — тигән мәғлүмәттәрҙе килтерҙе мәғариф министры.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы