Яңылыҡтар

28.03.17

Эшҡыуарҙар өсөн бушлай «Бизнес-навигатор» порталы эшләй башланы

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, шулай уҡ физик берәмектәр өсөн бушлай «Бизнес-навигатор» мәғлүмәт ресурсы эшләй башланы. Портал 169 ҙур ҡаланы, ҡала сервисы өлкәһендәге бизнестың 90 төрөн, 300-ҙән ашыу яҡынса бизнес-планды үҙ эсенә аласаҡ. «Бизнес-навигатор»ҙы әҙерләүсе булып Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация сығыш яһаны.

Яңы порталда һатып алыуҙар өлкәһендә Берҙәм мәғлүмәт системаһы, Берҙәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ реестры менән танышырға, бизнес-планды иҫәпләргә, эшҡыуарлыҡ өсөн күсемһеҙ милек һайларға, ярҙам саралары хаҡында белергә, шулай уҡ продукция тураһында мәғлүмәт бирергә, контрагентты табырға һәм тикшерергә, ҙур компанияларҙың һатып алыуҙары тураһында белергә мөмкин.

Бынан тыш, порталда «ТАСС-Бизнес» мәғлүмәт системаһы ла бар, ул да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бушлай мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирә. Һүҙ, атап әйткәндә, контрагенттарҙың эшмәкәрлегенә мониторинг үткәреү, компания хаҡында иғлан биреү мөмкинлеге, һатып алыуҙарҙы күҙәтеп барыу, Росстат, Үҙәк банк, Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте материалдары буйынса интерактив макроиҡтисади отчеттар һәм башҡа мәғлүмәттәр алыу хаҡында бара.

Мәғлүмәт алыу өсөн берҙән-бер шарт — порталда теркәлеү, тип билдәләнә Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүендә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.