Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.04.17

Республикала социаль эшҡыуарлыҡ буйынса «Үҙ эшеңде башла» конкурсы старт ала

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса конкурс старт алды. Ул «Үҙ эшеңде башла» программаһының икенсе этабы булып тора. Уны республиканың Социаль өлкә инновациялары үҙәге, «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды һәм Благовещен районы хакимиәте менән берлектә Благовещен арматура заводы тормошҡа ашыра.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2017 йылдың 10 апреленән 1 майына ҡәҙәр ҡабул ителә. Положение менән ойоштороусыларҙың сайтында танышырға мөмкин. Жюриҙың эш йомғаҡтары буйынса социаль эшҡыуарҙар үҙ эшен асыу өсөн 200 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ. Иң яҡшы эштәр Башҡортостан Социаль өлкә инновациялары үҙәгенең акселерация программаһына инә. Унда башланғыстарҙың авторҙары эшҡыуар-тренерҙар етәкселегендә үҙ предприятиеларын үҫтерергә һәм танытырға өйрәнәсәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/