Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.05.17

Быйыл Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла

Быйыл Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенең «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарар проекты ҡабул ителде.

Башҡортостан Хөкүмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, документҡа ярашлы, хеҙмәт хаҡының артыуы бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең түбәндәге категорияларына ҡағыла:

мәктәп уҡытыусыларына — Башҡортостандағы уртаса хеҙмәт хаҡынан 100 процентҡа тиклем;

балалар баҡсаларындағы педагогия хеҙмәткәрҙәренә — Башҡортостандағы дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса эш хаҡынан 100 процентҡа тиклем;

балаларға өҫтәмә белем биреү педагогтарына — республика уҡытыусыларының уртаса хеҙмәт хаҡынан 95 процентҡа тиклем;

һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына һәм производствола уҡытыу мастерҙарына — республикалағы уртаса эш хаҡынан 95 процентҡа тиклем;

юғары һөнәри белем биреү уҡытыусыларына — төбәктәге уртаса хеҙмәт хаҡынан 180 процентҡа тиклем;

мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә — республикалағы уртаса эш хаҡынан 90 процентҡа тиклем;

ғилми хеҙмәткәрҙәргә — Башҡортостандағы уртаса хеҙмәт хаҡынан 180 процентҡа тиклем;

табиптарға — республикалағы уртаса айлыҡ эш хаҡынан 180 процентҡа тиклем;

урта медицина персоналына — республикалағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан 90 процентҡа тиклем;

кесе медицина персоналына — төбәктәге уртаса айлыҡ эш хаҡынан 80 процентҡа тиклем;

социаль хеҙмәткәрҙәргә — республикалағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан 80 процентҡа тиклем;

етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль хеҙмәттәр күрһәткән педагогия хеҙмәткәрҙәренә — Башҡортостандағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан 100 процентҡа тиклем.

Күрелгән саралар мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләгән 142 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙең матди хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.