Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.05.17

Республика халҡы «Еңеү ғаиләһе» проектында ҡатнаша ала

Отечество.ру мәҙәни-мәғрифәтселек порталында «Еңеү ғаиләһе» бүлеге булдырылған. Уны тулыландырыуҙа Рәсәй һәм башҡа дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге илдәрҙең граждандары ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышын кисергән туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың тарихын яҙып ебәрергә кәрәк.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, баш ҡалала һәм республикала йәшәүселәрҙең хәрби һәм һуғыш ҡаһарманлыҡтары хаҡында әйтер һүҙҙәре күп. Һуғыш йылдарында Башҡортостан фронтҡа 700-ҙән ашыу кеше оҙатҡан. Уларҙың яртыһынан ашыуы батырҙарса һәләк булған, 200-ҙән ашыу яугир орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Өфөлә эвакуацияланған предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар урынлаштырылған, хәрби частар ойошторолған. Данлы Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы ошонда башланған.

Проект йәш быуында илһөйәрлек, һуғыш ветерандарына, тыл эшсәндәренә ҡарата ихтирам, һуғыш йылдарын үткәндәрҙең хистәрен уртаҡлашыу тойғоһо тәрбиәләүгә, уларҙың өлгөһөндә ҡыйыу һәм батыр булырға өйрәнергә ярҙам итер, тип ышана ойоштороусылар.

Бүлекте булдырыуҙа ҡатнашырға теләгәндәргә теркәлергә, мәҡәләне өҫтәргә йәки 9may@ote4estvo.ru  почтаһына ебәрергә кәрәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.