Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

15.06.17

Владимир Путин менән тура эфирҙа Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙы күрһәттеләр

Владимир Путин менән тура эфирҙа Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙы күрһәттеләр. Был хәл Өфөләге «Әсә һәм бала» госпиталенән тура эфирға сыҡҡан мәлдә булды. Миллиондарса тамашасы яңы ғына клиникала донъяға килгән улы менән бәхетле атайҙы күрҙе. Ғаилә башлығы Артур Сухарев икенсе улының 3800 ауырлыҡта һәм 54 сантиметр булып тыуыу шатлығы менән уртаҡлашты. Ата-әсә улдарына Михаил тип исем ҡушырға уйлай.

Владимир Путинға һорауҙы госпиталдең табип-акушеры Руслан Ғарифуллин бирҙе. Ул дәүләт етәксеһенән тыуымды арттырыу пландары менән ҡыҙыҡһынды.

«Әсә булырға әҙер ҡатын-ҡыҙҙар аҙая, һәм беҙ тыуым артабан да кәмер тип хәүефләнәбеҙ. Беҙҙе әсәлек капиталын түләү программаһы дауам ителәсәкме һәм йәш ярымдан һуң бала тәрбиәләгән өсөн пособие алыуға өмөтләнергә кәрәкме икәнлеге ҡыҙыҡһындыра», — тип мөрәжәғәт итте Путинға Өфө табибы.

«90-сы йылдарҙа беҙ тыуымдың 50 процентҡа кәмеүен күҙәттек, быны 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында юғалтыуҙар менән сағыштырырға мөмкин. Был күренеш шул һуғыштың шаңдауы булды, уға СССР-ҙың тарҡалыуы эҙемтәләре, халыҡтың йәшәү кимәленең түбәнәйеүе, эшһеҙлек йоғонто яһаны. Тыуымдың кәмеүе 25 йыл һайын ҡабатланып тора. Хәҙер бала табыу йәшендәге йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙайыуын күрәбеҙ. Хәлде яҡшыртыу өсөн дәртләндереүсе программалар кәрәк. Әсәлек капиталын түләү механизмы уңышлы эш күрһәтте, уны ете миллиондан ашыу ғаилә алды ла инде, яртыһы аҡса менән файҙаланды. Ҡатмарлы демографик хәл күҙәтелгән ҡайһы бер төбәктәрҙә өсөнсө бала өсөн түләү ҡаралған һәм тыуым арта. Шулай уҡ йәш әсәләр — беренсе балаһын, өлкәнерәк әсәләр икенсе һәм артабанғыларын тапһын өсөн дәртләндереү саралары кәрәк, тип иҫәпләйем. Балалар баҡсаларында урындар етмәүгә бәйле мәсьәлә 98 процентҡа хәл ителгән, әммә яслеләр юҡ. Бөгөн ошо темаға хөкүмәт менән осрашыу планлаштырылған, унда бөтә кәрәкле саралар тәҡдим ителәсәк. Уның сығымлы булыуын таныу зарур, ләкин был илдең киләсәге», — тип яуап бирҙе Владимир Путин.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.