Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

19.06.17

Башҡортостанда йылына 7 процент менән тәүге ипотека кредиттары бирелде

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса тәүге ипотека кредиттарын биреү башланды.

Әле Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе йылына 7 процент менән тәүге 16 ипотека кредитын биргән. Яҡын арала тағы 190 кредит ғаризаһын ҡәнәғәтләндереү ҡаралған. Йыл аҙағына тиклем бөтәһе 1800 ҡатнашыусыны кредит этабына сығарыу күҙаллана.

2014 йылдың 1 апреленән төбәктә бюджет аҡсаһы иҫәбенә берлектә финанслау шарттарында торлаҡ өсөн аҡса туплау дәүләт программаһы эшләй. Уның шарттарына ярашлы, граждандар 3-6 йыл буйына торлаҡ хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн проектта ҡатнашҡан банктың («Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб») махсус иҫәбендә аҡса туплай. Бындай вклад буйынса процент ставкаһы, ваҡытына ҡарап, 1-1,5% тәшкил итә. Айлыҡ иғәнәгә вкладтың 30% проценты күләмендә бюджет премияһы өҫтәлә. Иғәнәнең максималь күләме — 10 мең һум. Аҡса туплау осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусы йылына 6-7% менән 4,5-9 йылға льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә була, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Төҙөлөш һаҡламдарын үҫтереү буйынса дирекция һәм Һаҡлыҡ, Уралсиб банктарының ҡыҙыу линия телефондары буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 218-08-93; 8 (347) 285-00-97.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.