Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.06.17

Башҡортостан йәштәре «iВолга-2017» мәғариф форумы гранттарын алды

Башҡортостан йәштәренең проекттары Волга буйы федераль округының «iВолга-2017» йәштәр мәғариф форумы гранттары менән билдәләнде. Һамар өлкәһендәге форумға округтың 14 төбәгенән һәм 20 илдән 2000-дән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Инновациялар һәм техник ижад», «Мәҙәни БУМ», «Тыуған төйәк – ҙур мөмкинлектәр», «МедиаТулҡын», «Патриот», «Изгелек быуыны», «Сәйәсәт», «Спорт менән шөғөлләнгән йәштәр – сәләмәт милләт», «Һин – эшҡыуар» мәғариф сменаһы, шулай уҡ «iВолгаGlobal» халыҡ-ара сменаһы әүҙем эшләне.

Алдан күҙалланыуынса, форумда экология темаһына ҙур иғтибар бүленде, инновация проекттары конкурсы төп йүнәлештәрҙең береһе булды.

Форумдың хәл иткес федераль этабына Башҡортостандан 20 ҡатнашыусы үтте. Финалда республика вәкилдәре үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн дүрт грант алды.

Башҡорт дәүләт аграр университетынан Катерина Малютина «Вирусһыҙ картуф алыу технологияһы» проекты өсөн 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Ошо уҡ уҡыу йортонан Алмаз Ғатауллин «Хитомилан. Бал ҡорттары өсөн яңы быуын дарыуы» проекты өсөн 200 һумлыҡ грант отто. Форумға килгән Ингушетия Башлығы Юнус-Бек Евкуров ошо эшкә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм Башҡорт аграр университеты студентының продуктын үҙе менән алып китте.

Өфө дәүләт авиация техник университетынан Тимур Йософов «E-Ti» электр мотоциклы идеяһы өсөн 200 мең һум күләмендәге грант алды.

Форум барышында ойошторолған инновациялар күргәҙмәһендә Илдар Атйетәров та 150 меңлек грантҡа лайыҡ булды.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Виктория Николаева «Мәҙәни БУМ!» сменаһында «Байконур» космодромына барыу кеүек дәртләндереү призы менән бүләкләнде.