Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

30.06.17

1 июлдән бөтә банкоматтар һәм терминалдар «Мир» карталарын ҡабул итергә тейеш — Башҡортостан буйынса Милли банк

Ағымдағы йылдың 1 июленән сауҙа нөктәләрендә бөтә банкоматтар һәм терминалдар «Мир» карталарын ҡабул итергә тейеш. Шул уҡ көндән аҡсаларын картаға алырға теләгән «яңы» пенсионерҙарға һәм бюджет өлкәһе клиенттарына ошо маҡсатта «Мир» карталары ғына бирелә.

«Башҡа түләү системаларының картаһы булған бюджет өлкәһе клиенттарын 2018 йылдың 1 июленә тиклем «Мир» картаһына күсереү ҡаралған, — тип билдәләне Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат секретары Гөлназ Әбүзәрова. — Башҡа түләү системаларының картаһына эйә пенсионерҙар иһә картаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, ләкин 2020 йылдың 1 июленән һуңға ҡалмайынса «Мир» картаһына күсерелә».

Шуның менән бергә аҡсаны алыу ысулын һайлауҙың ағымдағы тәртибе һаҡланып ҡала. Йәғни, әгәр пенсионер пенсияны ҡулаҡса менән йәки картаға бәйле булмаған банктағы иҫәпкә алырға теләһә, түләүҙәрҙе элеккесә алыу мөмкинлегенә эйә.

Әгәр ул аҡсаны картаға алырға теләй икән, уға «Мир» картаһы ғына сығарыла, һәм кәм тигәндә ошондай бер карта уның өсөн бушлай сығарылырға тейеш.

Законда билдәләнгән ваҡыт «Мир» картаһын алдараҡ алыу мөмкинлеген сикләмәй.

Әлеге мәлдә Башҡортостанда бөтә төбәк кредит ойошмалары һәм филиалдары «Мир» түләү системаһында ҡатнаша.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.