Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.07.17

Башҡортостан илдә тыуым буйынса етенсе урынды биләй

Ағымдағы йылда Башҡортостан тыуым кимәле буйынса илдә етенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров һүҙҙәренсә, 2017 йылдың башынан республикала 20 100 сабый донъяға килгән.

Тыуымды арттырыу өсөн республика башлығы төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, тәүге бала тыуғанда йәш ғаиләләр бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һум ала. Аҡсаға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар дәғүә итә. Торлаҡҡа сиратта торған тулы булмаған ғаиләләр өсөн дә ошондай түләү ҡаралған.

Бынан тыш, студент ғаиләләре өсөн яңы социаль ярҙам сараларын индереү мәсьәләһе өйрәнелә. Атап әйткәндә, әлеге ғаиләләрҙә сабый тыуған осраҡта 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләргә һәм балалы студент һәм аспирант ғаиләләренә айлыҡ махсус социаль пособиеның күләмен 250 һумдан өс меңгә тиклем арттырырға тәҡдим ителә.

Балаһыҙ ғаиләләр өсөн юғары репродуктив технологияларҙы ҡулланыу буйынса саралар ҡаралған (ЭКО, ИКСИ, суррогат әсәлек). 2017 йылда 1,5 мең ЭКО процедураһы планлаштырылған, был 2015 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

Тыуымға йоғонто яһаған тағы бер фактор — аборттар. Һуңғы биш йылда республикала уларҙың һанын 26% кәметеүгә өлгәшелде, тип хәбәр итте министр.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.