Яңылыҡтар

12.10.16
Бөгөн — Башҡортостандың дәүләт символдары көнө

1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың дәүләт символикаһы — республиканың гербы һәм гимны раҫланды.

10.10.16
Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 100 инвестиция проекты ойошторола

Республиканың юбилейы уңайынан Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Республиканың 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» тигән эшҡыуарлыҡ акцияһын башлай. Уның маҡсаты — республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу, бизнес һәм властың яңы үҙ-ара эш итеү механизмдарын һынап ҡарау. Акцияны республика Башлығы һәм Хөкүмәте хуплаған, тип хәбәр иттеләр Сауҙа-сәнәғәт палатаһында.  

07.10.16
Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы 26 786 һумға етте

Ошо йылдың июнь-август айҙарында хеҙмәткәрҙәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, июлдә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 26 789 һум тәшкил иткән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9363 һумға тиң. Был хаҡта республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

06.10.16
Республиканың ҡайһы мәктәптәре Рәсәйҙә иң яҡшылар исемлегенә инеүе билдәле булды

Башҡортостандағы 12 гимназия һәм лицей илдең иң яҡшы 500 белем биреү ойошмаһы исемлегенә инде. Улар 2015-2016 уҡыу йылында юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Мәктәптәрҙең исемлеге Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында баҫылған.

04.10.16
11 октябрь — республикала байрам көнө

Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Законға ярашлы, Республика көнө — Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн — байрам көнө тип иғлан ителде.

26.09.16
Башҡортостандың күпселек райондарында йылытыу миҙгеле башланды

Башҡортостанда 63 муниципалитеттың 40-ы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул итте. Туғыҙ муниципаль берәмектә йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирелгән дә инде.

23.09.16
«Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара конкурсы йырсыларҙы ҡатнашырға саҡыра

Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара конкурсы йырсыларҙы ҡатнашырға саҡыра. Фестиваль 19-21 октябрҙә Нефтекама ҡалаһында уҙғарыла. Конкурста 16 йәштән 35 йәшкәсә һәүәҫкәр башҡарыусылар ғына ҡатнаша.

19.09.16
Башҡортостанда бер мандатлы округтарҙа Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеүселәр билдәләнде

Башҡортостанда бер мандатлы округтар буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеүселәр билдәләнде.

16.09.16
Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика килешеүенә ҡул ҡуйылды

15 сентябрҙә Республика йортонда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы вәкилдәре Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берләшмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2017-2019 йылдарға Республика килешеүенә ҡул ҡуйҙы.

15.09.16
Хөрмәтле һайлаусылар!

Һеҙҙе 2016 йылдың 18 сентбрендә сәғәт 08.00 дән 20.00 ҡәҙәр  Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына  һәм Нефтекама ҡала округы Советына депутаттар һайларға саҡырабыҙ!

 

13.09.16
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ял көндәрендә эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ял көндәрендә эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды.

09.09.16
Пенсионерҙарға компенсация түләүҙәре өсөн республикаға 5,7 миллиард һум кәрәк буласаҡ

Киләһе йылдың ғинуар айында республикала йәшәгән 1,153 миллион пенсионерға бер тапҡыр компенсация түләү өсөн Башҡортостанға 5,7 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров хәбәр итте.

 

07.09.16
Дүртөйлө — Нефтекама юлының 55 саҡрымы ремонтлана

Автомобиль юлдарын ремонтлау буйынса территориаль заказ сиктәрендә Дүртөйлө — Нефтекама юлының 55 саҡрымы ремонтлана. Юл төҙөкләндереү эштәренә 50 берәмек техника йәлеп ителгән.

06.09.16
Башҡортостанда һайлау бюллетендәре баҫыла башланы

Башҡортостанда һайлау бюллетендәре баҫыла башланы. Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бөтәһе алты миллиондан ашыу бюллетень әҙерләнә. Улар рус, башҡорт һәм татар телдәрендә «Белая река» нәшриәтендә баҫыла.

06.09.16
Ҡала көнө - 2016

Быйыл Нефтекамаға ҡала статусын биреүгә - 53 йыл.

05.09.16
Ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырабыҙ!

Нефтекама ҡалаһы ҡала округы  Хакимиәте ауыл хужалығы йәрминкәләренең графигын раҫланы.

03.09.16
Нефтекамаға эш визиты менән Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса министры Ленара Хәҡим ҡыҙы Иванова килде

1 сентябрьҙә Нефтекамаға эш визиты менән Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса министры Ленара Хәҡим ҡыҙы Иванова килде.

01.09.16
Хөрмәтле уҡыусылар, студенттар! Хөрмәтле уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр!

Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ! 1 сентябрь -  үҙенсәлекле байрам, ул кешеләрҙең яңылыкка,  белемгә ымтылыуын символлаштыра.

31.08.16
12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде

Ҡорбан байрамы уңайынан 12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда республикала 10,11 һәм 12 сентябрь ял көндәре булып тора.