Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Ведомство ултырышында бәйге комиссияһы бер тауыштан рәссам, «Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогийҙың эшен иң яҡшыһы тип тапты.

21.01.16
2016 йылда республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн коммуналь субсидиялар әүәлгесә ҡала

2016 йылда республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидиялар биреү шарттары әүәлгесә ҡала. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә сығымдарҙың рөхсәт ителгән иң ҙур өлөшө күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар өсөн 18 процент тәшкил итәсәк. Субсидия алыусылар иҫәбенә ингән башҡа кешеләр өсөн уның күләме 20 процент кимәлендә ҡала.

16.01.16
Башҡортостанда иҡтисади хәл тотороҡло — Рөстәм Хәмитов

Төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса Башҡортостан йылды уңышлы тамамланы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.

14.01.16
Нефтекама спортсыһы Илвир Хузин — бобслей буйынса донъя кубогы призеры

Лейк-Плэсидта (АҠШ) бобслей һәм скелетон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабы бара.

12.01.16
Рөстәм Хәмитов: «2015 йылда республика бөтә йүнәлештәр буйынса үҙен лайыҡлы күрһәтте»

2015 йылда республика яҡшы макроиҡтисади күрһәткестәргә өлгәште. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыуҙа белдерҙе.

25.12.15
Нефтекамала «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса тәүге йорт асылды

22 декабрҙә Нефтекамала «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль программаһы буйынса төҙөлгән тәүге йорт асылды. 68 ғаилә фатир асҡыстары алды.

23.12.15
Башҡортостанда Экология министрлығы ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе оптималләштерергә ниәтләй

Башҡортостанда Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡалдыҡтар менән эш итеү схемаһын әҙерләү өсөн башланғыс хаҡы 6 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән дәүләт заказын үтәүсе эҙләй. Тендер документацияһында аңлатылыуынса, «Экология һәм тәбиғәт ресурстары» республика программаһы һәм «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 458-се Федераль законға ярашлы коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен килтереү проекттың нигеҙе булып тора.

16.12.15
Төбәктә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы һәм пенсия күләме билдәле булды

Башҡортостанда уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы һәм пенсия күләме билдәле булды. Башҡортостанстат 2015 йылдың III кварталында халыҡтың килеме менән йәшәү минимумы күләменең нисбәте мәғлүмәттәрен килтерҙе. Яҡынса баһалауҙар буйынса, халыҡтың йән башына уртаса килеме айына 30 595,5 һумға тиң.

10.12.15
2016 йылда төбәктә уҡытыусылар электрон класс журналы менән эшләйәсәк

2016 йылда Башҡортостанда уҡытыусылар электрон класс журналы менән эшләйәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, киләһе йылдың 15 ғинуарына тиклем Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» порталында электрон журналды тултырыу өсөн техник мөмкинлек булдырырға тейеш. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу вице-премьер Салауат Сәғитовҡа йөкмәтелгән.

05.12.15
Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан 28 миллион һум аласаҡ

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды идараһы Башҡортостандың күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын хупланы.

 

30.11.15
Республикала насар ғаиләләр һәм ауыр холоҡло үҫмерҙәр тураһында берҙәм мәғлүмәтт&

Башҡортостанда социаль хәүефле хәлдә ҡалған һәм дәүләт яғынан ярҙамға мохтаж бәлиғ булмағандар хаҡында берҙәм мәғлүмәттәр банкы булдырыла. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса бүлектәрҙең һәм полицияның участка вәкилдәре эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы эске хеҙмәт полковнигы Рәмис Фәтхиев хәбәр итте. Был башланғысты республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хуплаған. Уның сығарған ҡарарына ярашлы, ошондай мәғлүмәттәр банкы 2016 йылдың 15 июленә тиклем булдырылырға тейеш.

24.11.15
Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара

Өфөлә күләмле этник форум — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара. Йыйынға 400-ҙән ашыу делегат килгән. Сара халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән. Был — башҡорттарҙың дүртенсе йыйыны, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы биш йыл элек уҙғарылғайны.

21.11.15
Башҡортостанда пионерия тергеҙеләсәк

Ижтимағи-сәйәси журналистика медиафорумы сиктәрендә Конгресс-холда уҙған республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың пионерияны тергеҙеү тураһындағы башланғысын хуплауы хаҡында хәбәр итте.

14.11.15
2016 йылда Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта

2016 йылдың икенсе ярты йыллығында Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 5,8 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән киләһе йылға халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү индексы раҫланды.

 

03.11.15
Республикала 2016 йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө билдәләнде

Башҡортостанда 2016 йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө билдәләнде. 2015 йылдың 26 октябрендә республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылды.

28.10.15
Башҡортостан «Сәнғәт төнө» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

3 ноябрҙә Мәҙәниәт министрлығы башланғысы буйынса Рәсәйҙә «Сәнғәт төнө» мәҙәни акцияһы ойошторола. Сара Халыҡтар берҙәмлеге көнө сиктәрендә уҙғарыла. Акцияла Башҡортостандың бөтә мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша.

24.10.15
Рөстәм Хәмитов Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса совет ултырышын уҙғарҙы

15 октябрҙә Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 159-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республиканың профилле министрлыҡ һәм ведомство, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

17.10.15
Федераль Хөкүмәт комиссияһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын хупланы

Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын хупланы. 7 октябрҙә республикаға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм килде. Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә уҙған ултырышта комиссия Күмертау һәм Бәләбәй инвестиция проекттарының әҙерлеге кимәлен билдәләне

11.10.15
Йыл башынан 34 мең самаһы кеше Башҡортостандан ситкә киткән Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/770030/#ixzz4IufC4Jgk

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуарҙан авгусҡа тиклем төбәктән ситкә китеүселәрҙең һаны 33,9 мең кеше тәшкил иткән. 34,1 мең кеше элекке йәшәгән урынын республикаға алмаштырған. 61 меңдән ашыуы иһә республика эсендә күсенгән. Миграция ағымы күләме 190,3 мең осраҡ тәшкил иткән.

 


 
07.10.15
Йыл башынан Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар туғыҙ процентҡа артҡан

Йыл башынан Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар туғыҙ процентҡа, Волга буйы федераль округында — 9,3, Рәсәйҙә 9,8 процентҡа артҡан. Рәсми статистика буйынса, республикала ҡулланыусыларҙың йыллыҡ инфляцияһы 114,5 процент кимәлендә. Рәсәй буйынса — уртаса 115,8 процент. 1 октябрҙә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы штаб ултырышында Премьер-министр урынбаҫары Илдар Тимерғәлин шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.

02.10.15
Гөлназ Шафиҡова Башҡортостандың мәғариф министры итеп тәғәйенләнде

29 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Гөлназ Шафиҡованы республиканың мәғариф министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

30.09.15
Республика халҡына автомобилдәрҙән бер көнгә баш тартырға тәҡдим ителә

Башҡортостан халҡына автомобилдәрҙән бер көнгә баш тартырға һәм шул рәүешле «Бөтә донъя автомобилһеҙ йөрөү көнөн» билдәләргә тәҡдим ителә. Сара йыл һайын 22 сентябрҙә үткәрелә. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

25.09.15
Баш ҡалала республика Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессиялағы тәүге пленар ултырышы асылды

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламентының көҙгө сессиялағы тәүге пленар ултырышы асылды. Депутаттар 40-ҡа яҡын закон проектын ҡарай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов республикалағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.

18.09.15
Башҡортостан Республика көнөнөң 25 йыллығын байрам итергә әҙерләнә

Быйыл Башҡортостанда Республика көнө 25-се тапҡыр билдәләнәсәк. Ошо ваҡиғаға әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, сара халыҡ байрамына әүерелә бара.

10.09.15
Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме үҙгәрҙе

Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме үҙгәрҙе. Ағымдағы йылдың икенсе кварталында ул 8976 һум күләмендә билдәләнгән.

04.09.15

Бит : << 7 8 9 10 11 12 13 14 15 >>
{podcenter}