Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуҙың дәүләт программаһы 22 процентҡа кәметелде

2013-2020 йылдарға «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу» дәүләт программаһын финанслауҙың дөйөм күләме 22,2 процентҡа — 32 миллиард 649,5 миллион һумға тиклем кәметелде. Программаның үҙгәртелгән параметрҙары республика Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында урынлаштырылған.

18.03.15
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Указға 2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ҡул ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

02.03.15
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Эльза Сыртланованы республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Тейешле бойороҡ Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән.

27.02.15
Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль берәмекте һайлайҙар

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы иғлан ителде. Муниципалитеттарҙың йыл һайын үткәрелә торған ярышы 10 номинация буйынса уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһынан. Унда Башҡортостандың муниципаль берәмектәре, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ республиканың гәзит-журналдар һәм телерадиокомпания журналистары ҡатнаша.

24.02.15
Ильвир Хузин — бобслей һәм скелетон буйынса Донъя кубогының һигеҙенсе этабында көмөш призер

Сочиҙа бобслей һәм скелетон буйынса Донъя кубогының һигеҙенсе этабы тамамланды. Башҡортостан спортсыһы Ильвир Хузин Александр Касьянов экипажында Алексей Пушкарев һәм Алексей Зайцев менән бергә көмөш миҙалға лайыҡ булды.

20.02.15
Башҡортостанда балалар спортын үҫтереү программаһы әҙерләнә

Яҡын арала Башҡортостанда күмәк балалар спортын үҫтереү буйынса программа ҡабул ителәсәк. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Олимпик Парк» тау саңғыһы комплексында үткән кәңәшмә йомғаҡтары буйынса белдерҙе.

19.02.15
Рөстәм Хәмитов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үт

12 февралдә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитетының икенсе ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

 

13.02.15
18 апрелдә республика халҡы «Тоталь диктант» яҙасаҡ

Өфөлә йыл да үткәрелгән мәғариф акцияһы штабында «Тоталь диктант» яҙыуға әҙерлек эштәре башланды. «Тоталь диктант» — уҡый-яҙа белеүҙе күтәреүгә һәм яҙыу мәҙәнилеген үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара акция.

05.02.15
Рөстәм Хәмитов төбәктәргә дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын бирҙе

Льготалы категориялы граждандарҙы һәм дауалау учреждениеларын дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн төбәктәргә дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын биреү тураһында ҡарар хаҡтарҙы контролдә тотоуҙы ойоштороуҙа һөҙөмтәле аҙым булыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 3 февралдә Өфөлә РФ Министрҙар кабинеты башлығы рәйеслегендә үткән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар әҙерләү буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.

04.02.15
Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары тәғәйенләнде

Рөстәм Хәмитов Денис Слеповты Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе  урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

 

 

02.02.15
Волга буйы федераль округында иң осһоҙ аҙыҡ-түлек — Башҡортостанда

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек Волга буйы федераль округында иң осһоҙо тип билдәләнде. РФ Ауыл хужалығы министрлығында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы продукттары баҙарын, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен көйләү департаменты директоры урынбаҫары Владимир Азаров етәкселегендәге видеоселектор кәңәшмәлә Волга буйы федераль округы субъекттарындағы ауыл хужалығы баҙарындағы хәлде мониторинглау мәғлүмәттәре тикшерелде.

31.01.15
Башҡортостанда рәсми рәүештә Әҙәбиәт йылы асылды

 «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республикала Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы. Сараға әҙиптәр, етәкселек, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, район һәм ҡалаларҙың мәҙәниәт бүлектәре начальниктары йыйылды.

30.01.15
2014 йылда Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине 17 процентҡа ҡиммәтләнгән

Башҡортостанда туҡланыу аҙыҡ-түлегенең минималь йыйылмаһы хаҡы 2014 йылдың декабрь айында 3069,7 һум булды. 2013 йылдың декабре менән сағыштырғанда, ул 17 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

26.01.15
Ғинуарҙа Башҡортостанда пенсиялар һәм социаль түләүҙәр 13 миллиард һумға яҡын тәшкил итте

Башҡортостанда яңы йылдың ғинуарына Пенсия фондының пенсияға һәм башҡа социаль түләүҙәргә сығымдары 12 миллиард 770 һум тәшкил итте. Ғинуар айы өсөн пенсия ваҡытында һәм тулыһынса түләнгән, тип хәбәр иттеләр төбәктең пенсия ведомствоһынан.

21.01.15
Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проекты конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

Әҙәбиәт йылын рәсми асыу Башҡортостанда йәшәүселәргә ҡыҙыҡлы ижади проекттар башланыуы менән хәтерҙә  ҡаласаҡ. Тантаналы сара 30 ғинуарҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә.

20.01.15
Азамат Ғүмәров Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Азамат Ғүмәровты республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

13.01.15
Башҡортостанда декларация кампанияһы башланды

Башҡортостанда сираттағы декларация кампанияһы башланды, уның барышында граждандар 2014 йылда алған табышы тураһында иҫәп-хисап бирергә һәм һалым органдарына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларациялар тапшырырға тейеш. Был хаҡта ведомствоның сайтында хәбәр ителә.

12.01.15
2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 5965 һум тәшкил итәсәк

2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы айына 5965 һум күләмендә билдәләнгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Минималь эш хаҡы күләме хаҡында»ғы закон статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль законға ҡул ҡуйған.

05.12.14
Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды

Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы – эшлекле форум Өфөлә 2 декабрҙә асылды. Уны үткәреү урыны – «Йәшлек» спорт-һауыҡтырыу комплексы.

03.12.14
Ғинуарҙа Башҡортостан халҡы бер юлы 11 көн ял итәсәк

1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа яңы йыл каникулдары һәм 7 ғинуарҙа Раштыуа байрамы – эшләмәгән байрам көндәре. 3 һәм 4 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килгәс ял көндәре күсерелә. 3 ғинуарҙағы ял көнө йома, 9 ғинуарға, ә 4 ғинуар – дүшәмбе, 4 майға күсерелә.

02.12.14
2015 йыл Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде

2015 йыл Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһындағы кеүек, Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Тейешле Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

02.12.14
«Халыҡ инвентаризацияһы» акцияһы

Нефтекамала 400 ашыу объекттарҙың хужаһы юҡ. 15 ноябрҙән алып Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика  бүлеге менән  берлектә «Халыҡ инвентаризацияһы» исемле ҡала акцияһын үткәрә.

14.11.14
Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында асыҡ ишектәр көнө

9 ноябрҙә Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында асыҡ ишектәр көнө үтте. Сарала сығарылыш синыф уҡыусылары юғары уҡыу йорто менән яҡыныраҡ танышты.

10.11.14
«Миллениум» уңыштары

«Миллениум» эстрада һәм акробатика бейеү студияһында шөғөлләнеүселәр халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып, Нефтекама ҡалаһын лайыҡлы яҡлап ҡайтты.

06.11.14
Республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 2014 йылда 23 779,8 һум тәшкил итә

Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы ағымдағы йылда 23 779,8 һум тәшкил итә. Ғинуар-сентябрь өсөн тулы ойошмалар теҙмәһе буйынса мәғлүмәттәрҙе Башҡортостанстат анализлаған.

17.10.14

Бит : << 9 10 11 12 13 14 15 16 17 >>
{podcenter}