Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Һуңғы ҡыңғырау моңдары…

Бөгөн илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә сығарылыш класс уҡыусылары,  студенттар өсөн  һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Быйыл һуңғы ҡыңғырау моңдары беҙҙең ҡала мәктәптәрендә 11 класты тамамлаған 860, 9 класты тамамлаған 1384 уҡыусыһы өсөн яңғырай.

25.05.12
Башҡортостанды иңләй “Башҡортостан”

Республикабыҙҙың иң абруйлы, мәртәбәле баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите быйыл үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1917 йылдың 14 июнендә был баҫманың тәүге һаны донъя күрә.  95 йыллыҡ тарихы булған гәзит бөтә республикабыҙҙың иҡтисадын, көнкүреш өлкәһен, фәнен, мәғарифын, мәҙәниәтен сағылдыра, ябай кешеләренең яҙмыштары менән уртаҡлаша, үҙ республикаһына, иленә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән шәхестәрен данлай.  Ғөмүмән, “Башҡортостан” заман менән бергә атлай, республикабыҙҙың һәр һулышын тойоп йәшәй.

24.05.12
Нефтекама Матбуғат йортона 50 йыл

Үткән аҙнала ҡалабыҙҙың иң оло предприятиеларының береһе булған Матбуғат йорто үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәрен күркәм байрамдары менән Өфө ҡалаһынан элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары В.Хәкимова, ҡала хакимиәте башлығы И.Ғарифуллин, ҡала округы советы рәйесе Д.Крюков ҡотланы.

21.05.12
Йорт ихаталарын төҙөкләндереү башланды

Ғәҙәттәгесә, йәй айҙарында ҡала округы территорияһында юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре башлана. Быйыл да был саралар башҡарыла. Ҡала хакимиәтенең төҙөкләндереү һәм капиталь төҙөлөш бүлеге ағымдағы йылда төҙөкләндереләсәк йорт ихаталарының теҙмәһен иғлан итте.

Шулай итеп, Юбилей проспекты 1, 1-а, 3, 5, 7, 13-а; Социалистик урамы,69; Дзержинский урамы, 10; Ленин урамы 37-а; Еңеү урамы 3 һәм 5 һанлы йорт ихаталары төҙөкләндереләсәк.

15.05.12
Башҡортостанды иңләй Башҡортостан

“Башҡортостан” гәзите үҙенең 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҙур шоу-концерт тәҡдим итә.

Унда танылған эстрада йондоҙҙары, билдәле яҙыусылар, редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Кисәлә гәзиткә яҙылыусылар араһында лоторея уйнатыласаҡ, шиғыр-таҡмаҡ бәйгеһендә еңеүселәр билдәләнәсәк.

Әйткәндәй, ижади конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. яҙмаларҙы 21 майға тиклем Нефтекама дәүләт филармонияһының әҙәбиәт бүлегенә лә тапшырырға була.

11.05.12
Талпандан һаҡлан!

Быйыл да талпандар үҙһөжүмен башланы. Яҙиртә килеү сәбәпле, талпан энцефалиты менән зарарланыу хәүефе лә арта. Республикабыҙҙың төрлө райондарында йоғошло бөжәктәр булыуы асыҡлана. Шунлыҡтан һаҡбулырға кәңәш ителә.

Тағы ла шуны белеү мөһим: талпандың ике төрө билдәле, ағас һәм үлән талпаны. Үлән талпаны тиҙ үрсеүсән һәм кеше уға йышыраҡ юлыға.

05.05.12
Ветерандар медосмотр үтә

Йыл һайын ҡалабыҙҙың үҙәк дауаханаһы апрель-май айҙарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, инвалидтарына медосмотр ойоштора. Был сара быйыл да үтә.

Ай башына ҡалала 108 һуғышта ҡатнашыусы һәм 46 һуғыш инвалиды теркәлгән. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһын да тип әйтерлек участок терапевтары ҡараған, кәрәкле анализдар алынған. Шулай уҡ, терепевтан тыш, уларҙы өйҙәренә килеп кардиолог, эндокринолог, уролог та ҡарай.

03.05.12
ПираМММида! Һаҡ булығыҙ!

Ҡалабыҙҙа мутлашыусылар үҙ эшен дауам итә. Киң билдәле “МММ-2011” финанс пирамидаһының да оҙаҡ йәшәмәҫе билдәле ине. Шулай ҙа бик күптәр үҙ аҡсаларын шунда һалып, тиҙ генә байып китергә тырыша.

Быға тиклем хоҡуҡ һаҡлау оргардарына мөрәжәғәт итеүселәр булманы, ә бына күптән түгел ике ғариза ҡабул ителгән. Шулай бер пенсионер үҙенең 300 мең аҡсаһын һалған, вәғәҙә ителгәнсә, 31 эш көнөнән һуң ҙур процентары һәм бонустары менән алырға тип барһа, ул кире яуап ала. Икенсеһе иһә 900 меңенән яҙған! Әле бындайҙар булмаҫ тимә!

02.05.12
«Торос» - чемпион!

Нефтекаманың «Торос» командаһы юғары лиганың төп призын яуланы. Һай афарин, «Торос»! Ай, маладис! Рәсәйҙең хоккей тарихында йәнә бер чемпион тыуҙы! Ул да булһа – беҙҙең Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккейсылары. Ә инде республикабыҙҙа хәҙер Рәсәй беренселегенең ике еңеүсеһе бар. Уҙған миҙгелдә төп командабыҙ– «Салауат Юлаев» уйынсылары Гагарин кубогын яулаһа, был юлы уларҙың батырлығын юғары лигала сығыш яһаған «Торос» ҡабатлап, Братина кубогына эйә булды.

27.04.12
1812 йылғы Ватан һуғышына - 200 йыл

Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте.

20.01.12
Нефтекама йыл уҡтытыусыһы -2012

Ҡалала инде ғәҙәти булған “Нефтекама йыл уҡтытыусыһы -2012” ҡала конкурсы старт алды. Быйыл унда Нефтекаманың 12 мәктәбенән 15 уҡытыусы ҡатнаша.

20.01.12
Хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 декабрҙә Нефтекама ҡала Советы ултырышы үтте. Депутаттар ҡарары менән ҡала башлығы Владимир Громов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, был вазифанан бушатылды. Нефтекама башлығы вазифаһын ваҡытлыса, был урынға конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңгән кеше тәғәйенләнгәнгә тиклем, Илүс Ғарифуллин башҡарҙы.

20.01.12
Штрафтарығыҙҙы түләп ҡалығыҙ!

16 ғинуарҙан Дәүләт автоинспекцияһы“ Штраф” тигән акция иғлан итте. Был сара административ штрафтарҙы түләтеү маҡсатында ойошторола.

17.01.12
Күрше республикаға юл асыҡ

Прорва йылғаһы аша үткән Нефтекама-Камбарка автомобиль юлы икенсе һулыш алды. Был участкала 10 йыл дауамында төҙөкләндереү эштәре барҙы.

16.01.12
Янғын бәләһе

Үткән шәмбелә Кәсәү биҫтәһендә ғәҙәттән тыш хәл булған. Йоманан шәмбе төнөндә Колхоз урамында ҙур янғында йәш ғаилә һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды күршеләре бик һуң күреп ҡалған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдә рминистрлығы мәғлүмәттәре буйынса, диспетчерҙарға 2 сәғәт 54 минутта шылтыратыу булған. Был ваҡытта янғын йортто тулыһынса ялмап алған.

16.01.12
2012 йыл – Рәсәй тарихы йылы

Рәсәй  Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Указы менән йәмәғәтселектең иғтибарын Рәсәйҙең үткәненә һәм уның донъя кимәлендәге тарихи ролен әйүнәлтеү өсөн 2012 йыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде.

12.01.12
Яңы йылда – яңы йортҡа

Ташҡын ауылында авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү дауам итә. Байрамдарҙан һуң “Төҙөкләндереү” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре эшкә тотондо. Иҫке йорттарҙы емереп, төҙөлөш сүп-сарын сығара башланы. Көн һайын иртәнге һигеҙҙән 4 камаз, экскаватор һәм бульдозер таҙартыу эштәрен башлай. Бөгөнгө көнгә Ташҡын ауылында 7 йорт һүтелгән. Иҫке йорттарҙа йәшәүселәр икенсе фатирҙарға күсерелгән, барактар торған ерҙә яңы биналар төҙөләсәк. Шәхси йорттар булырмы, әллә күп ҡатлы биналармы -әлегә билдәһеҙ.

12.01.12
Хөрмәтле нефтекамалар!

Һеҙҙе яҡынлашып килеүсе Яңы 2012 йыл менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Яңы йыл байрамдарығыҙ сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын!Улар күңел йылыһы һәм шәфҡәтлелек менән тулһын! Яңы йыл төнөндә һәр беребеҙ яҡын һәм ҡәҙерле кешеләребеҙ менән бергә булырға тырышабыҙ. Бигерәк тә атай-әсәйҙәребеҙгә иғтибарлыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән шатлыҡтарыбыҙҙы бүлешәбеҙ, балаларыбыҙға бәхет теләйбеҙ, һәм, әлбиттә, киләсәк тураһында уйлайбыҙ. Ниндәй генә шәхси пландар ҡорһаҡ та, улар ҡалабыҙҙың киләсәге, уның уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән бәйле икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ.

30.12.11
Афариндар!

2012 йылды Нефтекама дәүләт филармонияһы солистары яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Йәш йырсылар Илгиз Минәхмәтов һәм Иршат Ҡарасурин ошо көндәрҙә республика йыр бәйгеләренән еңеү менән ҡайтты.

Илгиз Минәхмәтов Благовещен ҡалаһында үткән “Браво-2011” вокал-классик музыка республика конкурсының “Солистар” номинацияһында беренсе урынды яуланы (концермейстеры – Сулпан Вәлиева).

27.12.11
Ҡала хакимиәтендә үҙгәреш

22 декабрь көндө Нефтекама ҡала округы Советының сираттан тыш ултырышы булды. Унда ҡала Советы депутаттарының ҡарары менән Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Громов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Илүс Ғарифуллинға йөкмәтелде.

23.12.11
Хөрмәтле нефтекамалар!

Ихлас күңелдән Һеҙҙе иң күркәм байрамдарҙың береһе - Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ!

Был байрам һәр ҡайһыбыҙ өсөн мөһим. Беҙ йөрәк түрендәге иң яҡын кешебеҙгә - әсәйҙәргә - бурыслыбыҙ. Беҙгәнәҡ улар донъяға, һәр кемдең яратылыуынаышаныс, эскерһеҙ һәм ихлас һөйөүҙәрен бүләк итте. Шуның өсөн дә Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

26.11.11
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекамала булды

23 ноябрь көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙең ҡалала булды. Нефтекамаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты ҡала халҡы менән дә осрашты.

Ҡалахалҡы менән осрашыуҙа ул Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәл, сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡтөҙөлөшөөлкәһендәге тотороҡло үҫеш, былтырҙан алып Башҡортостан етәкселегенең яңы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуы, кешеләргә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, предприятиеларға үҫеү өсөн мөмкинлектәр артыуы хаҡында һөйләне.

25.11.11
Киләсәк - әсәләр ҡулында

15-16 ноябрҙә Өфөлә әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы үтте. Быға тиклем бындай сара Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҙғарылғайны, һуңғыһы быйыл март айында Ульяновскиҙа ойошторолдо. “Әсәй” хәйриә фондтарының халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы башланғысы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған сара “Рәсәйҙең киләсәге — әсәләр ҡулында” Бөтә Рәсәй акцияһының йомғаҡлау өлөшө булараҡ  уҙҙы.

17.11.11
“Алтын көҙөм йырҙан яралған”

20 октябрь көндө Нефтекама дәүләт филармонияһы үҙенең ижад миҙгелен аса. “ Алтын көҙөм йырҙан яралған” тип исемләнгән концерт программаһында яңы йырҙар һәм бейеүҙәр премьераһы көтөлә.

Сара Нефтекама дәүләт филармонияһында 19 сәғәттә башлана.

14.10.11
Фәһемле осрашыу

12 октябрь көндө Башҡорт гимназия-интернатында республикабыҙҙың үҙәк баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре гәзит уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе. Сараға гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, яҙыусы Хәсән Назар, арҙаҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов килгәйне. Ҡунаҡтарҙың сығышы, фекер алышыуҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йәнле, фәһемле орсашыу үтте.

13.10.11

Бит : << 12 13 14 15 16 17 18 19 20 >>
{podcenter}