Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Ҡыҫҡаһы…

Илдә көҙгө саҡырылыш кампанияһы бара. Ул 1 октябрҙә башланды һәм 31 декабргә тиклем дауам итә. Нефтекама ҡалаһы ҡала округына план – 163 кеше.

12.10.11
Социаль яҡлау

Газ һәм һыу иҫәпләү приборҙары ҡуйҙыртыуға компенсация кемдәргә ҡағыла?

18 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең  “2011-2013 йылдарҙа һыу һәм газ иҫәпләү приборҙарын ҡуйҙырған осраҡта айырым категория граждандарына бер тапҡыр аҡсалата компенсация биреү тәртибе тураһында”ғы ҡарары донъя күрҙе.

10.10.11
Фатирлы булдылар

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған үҫмерҙәргә дәүләт ярҙамы сиктәрендә ағымдағы йылда Нефтекамаға республика ҡаҙнаһынан 4 миллион 300 мең, ә ҡала бюджетынан - 2,5 миллион һум аҡса бүленгән. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте был аҡсаларға фатир алыуҙы планлаштыра.

10.10.11
Ил буйлап сәйәхәткә!

Нефтекама ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре октябрь айынан оло йәштәге кешеләргә социаль туризм һәм ҡайһыбер йүнәлештәр буйынса ташламалы путевкалар менән ял итергә барыу мөмкинлеге тураһында аңлатма эштәре алып бара.

10.10.11
Ниһайәт, туҡталыш исемен аҡлаясаҡ

Бер ай элек кенә «Нефтекама-пассажирский» станцияһында рельстарҙан башҡа бер нимә лә юҡ ине. Бөгөн иһә йыһазландырылған  платформа, поездар расписаниеһы менән стенд, түбәлек бар.

07.10.11
Иң яҡшы уҡытыусы

Уҡытыусылар көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы  тарафынан үткәрелгән тантаналы сарала Нефтекама ҡалаһы 12-се дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Таһирова «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы»  конкурсы еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары А.Ф.Илембәтов  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһы менән бүләкләне.

05.10.11
Хөрмәтле нефтекамалар!

Ихлас күңелдән Һеҙҙе Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Был байрам һәр кем өсөн дә мөһим. Ул беҙгә атай-әсәйҙәребеҙҙең, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың һөйөүе, хәстәрлеге, яҡшылыҡтары һәм кешелеклелеге өсөн тәрән рәхмәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы һәм хөрмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек бирә. Беҙ – йәмғиәт, дәүләт, ғаилә - оло йәштәгеләрҙең тормошо камил һәм уңайлы булһын, уларҙың тәжрибәһе, аҡылы, кешелеклелеге йәмғиәтебеҙгә кәрәклеген тойоп йәшәһен өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләргә тейешбеҙ.

29.09.11
Йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!

Нефтекама ҡалаһы ҡала округында сентябрь-октябрь айҙарына ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәреү графигы раҫланды. Тәүге махсуслаштырылғанйәрминкә 22 сентябрь “Октябрь” кинотеатры ҡаршыһындағы майҙанда үтте. Ә инде 24 сентябрҙән алып һәр шәмбе һайын ҡала халҡы ҡышҡы аҙыҡ-түлек запастарын тулыландыра ала.

23.09.11
Башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы башлана

Ҡалабыҙҙа, ғәҙәттәгесә октябрь айында, Башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы үтә. Айлыҡ сиктәрендә Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Урал” милли-мәҙәни үҙәге филиалы ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары төрлө осрашыуҙар, конкурстар, концерттар үткәрә, күргәҙмәләр, осрашыуҙар һәм башҡа байрам саралары ойоштора.

16.09.11
Гәзитебеҙгә - 10 йыл!

Нефтекама ҡалаһында тәүге һәм бөгөнгө көндә берҙән-бер башҡорт телендә гәзит сыға башлауға 10 йыл ваҡыт үтеп тә киткән.

Нәҡ 2001 йылдың сентябрь айында “Нефтекама яңылыҡтары” исеме аҫтында баҫманың беренсе һаны донъя күрә. Уның биттәрендә ҡаланың иҡтисади, мәҙәни, ижтимағи тормошо сағылдырыла, ойошма, предприятие, уҡыу йорттары һәм, әлбиттә, эшсән, талантлы кешеләре тураһында мәҡәләләр, очерктар баҫыла башлай.

13.09.11
Күп балалы ғаиләләргә ер биреләсәк

Бындай ҡарар 7 сентябрь көндө үткән Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советының сираттағы 36-сы ултырышында ҡабул ителде. Ултырыш эшендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала хакимиәте башлығы, урынбаҫарҙары, прокуратура һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

08.09.11
Ҡала прокуратураһында ышаныс телефоны эшләй

Нефтекама прокуратураһында граждандарҙан уйын автоматтары булған урындар тураһында мөрәжәғәттәр ҡабул итеү өсөн ышаныс телефоны булдырылды.

07.09.11
Туйҙар гөрләй

Йәй айҙарындатуй үткәреү ғәҙәти күренеш. Әммә көҙ айҙарында никахлашыусылар һаны бермә-бер арта икән. Бының сәбәбе лә ябай  - көҙ өйләнешкәндәрҙең ғаиләһе ныҡ һәм бәхетле һанала.  Әйтәйек, ағымдағы йылдың август айында ғына 159 пар үҙҙәренең туйҙарын билдәләгән. Дөйөм алғанда, ай һайын уртаса 80-90 пар законлы никахҡа инә. Ҡалабыҙҙың загс бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл 700-ҙән ашыу никах теркәлгән.

31.08.11
Һандар һәм факттар

Бөгөнгө көндә Нефтекама ҡалаһында 29 мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы һәм “Башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы №1” комплексы, 22 дөйөм белем биреү учреждениеһы, шул иҫәптән 20 урта дөйөм белем биреү мәктәбе, шулар араһында 3 ауыл, 3 инновацион учреждение (1-се лицей, 1-се гимназия, башҡорт-гимназия интернаты), тағы ла дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты, VIII төрҙәге махсус коррекцион мәктәп-интернаты, 6 балаларға һәм үҫмерҙәргә өҫтәмә белем биреү учреждениеһы:4 үҙәк, 1 станция, 1 мәктәп, 1 “Бригантина” балаларҙы һауыҡтырыу лагеры эшләй.

31.08.11
Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән!

Хөрмәтле нефтекамалар!Ҡәҙерле педагогтар, уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр! Ысын күңелдән һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ!

1 – сентябрь – ул киләсәккә юл. Был юл һәр ваҡыт шыма һәм ҡаршылыҡһыҙ ғына булмай, әммә уның буйынса атлап ҙур асыштарға, уңыштарға өлгәшеү шуның өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм күңелле.

31.08.11
Балалыҡ донъяһында

Яңы уҡыу йылына мәктәптәр генә түгел, балалар баҡсалары ла әҙерләнә. Йыл һайын уларҙа төҙөкләндереү эштәре алып барыла, төркөмдәргә ремонт эшләнә. Һуңғы йылдарҙа Нефтекамала тыуым арта, был ҡыуаныслы хәл. Мәҫәлән, әгәр 2008 йылда тыуым һаны 1846 бала булһа, 2010 йылда - 1913 бала, ә инде 2011 йылдың беренсе ярты йыллығына тыуым һаны 876 бала тәшкил иткән.

29.08.11
Һәләтле балаларға – тейешле иғтибар

22 август көндө башҡорт гимназия-интернаты бинаһында “Һәләтле балаларға булышлыҡ итеү системаһын үҫтереү” тип исемләнгән  ҡала семинары булды. Бында ҡала мәктәптәренән һәләтле балалар менән эшләүсе һәм уҡыусылары менән төрлө кимәлдәге мәктәп олимпиадаларында еңеүсе йөҙгә яҡын уҡытыусы ҡатнташты.

29.08.11
Тырыш хеҙмәт – яҡшы һөҙөмтәләр

Августа мәғариф хеҙмәткәрҙәренеңавгуст кәңәшмәһе булды. Унда ҡаланың бөтә мәктәптәренән директорҙар, директор урынбаҫарҙары, уҡытыусылар шулай уҡ ҡала хакимиәтенән дә вәкилдәр ҡатнашты.

29.08.11
Ҡала ЗАГС бүлегендә

Ҡала ЗАГС бүлегендә 2010-сы йылға йомғаҡ яһалды. 2009-сы йылға ҡарағанда никахлашыу һәм тыуымдың артыуы күҙәтелә, айырылышыу һәм үлемдәр һаны кәмегән.

04.02.11
Компьютер грамотаһына өйрәтеү буйынса курстар

Ошо көндәрҙә электрон китапхана хеҙмәткәрҙәре пенсия йәшендәге кешеләрҙе компьютер грамотаһына өйрәтеү буйынса  курстар ойоштора. Был курстар персональ компьютер менән эш тәжрибәһе булмаған пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән һәм уларҙың йәш һәм психологик үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп әҙерләнгән.

03.02.11
Эш менән тәьмин итеү

Яңы йылдың беренсе айы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге өсөн уңышлы булған тип әйтергә була. Эш вакансиялары артып киткән, эшһеҙҙәр һаны күпкә булмаһа ла, кәмегән.

02.02.11
Түңәрәк өҫтәл

Түңәрәк өҫтәлдәр йәштәрҙең тын алышын тойомлап, киләсәккә пландары, уй-хыялдары менән танышырға мөмкинлек бирә. Октава үҫмерҙәр клубында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” артында барған осрашыу йәнле лә, ҡыҙыҡлы ла һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы ла үтте.

01.02.11
Яңы график

31-се ғинуарҙан Нефтекама ҡала дауаханаһының ҡан ебәреү бүлеге донорҙарҙы яңы график буйынса ҡабул итә башлаясаҡ.

27.01.11
Таланттар йондоҙлоғо

Таланттар йондоҙлоғо йыр театры үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Театр элгестән башланһа, таланттар йондоҙлоғо театры мәктәп синтезаторы алдында йырҙар йырлауҙан башланған. Коллектив етәксеһе Любовь Щербакова 10 йыл элек асылған вокал түңәрәге ошондай  ҙур театрға әйләнер  тип уйламаған да.

 

20.01.11
Рәсәйҙең иң яҡшы колледждары

Нефтекама машиналар эшләү колледжы Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыу йорттары исемлегенә индерелгән.

27.12.10

Бит : << 13 14 15 16 17 18 19 20 21 >>
{podcenter}