Яңылыҡтар

27.02.17
Рәсәй Финанс министрлығы халыҡ өсөн федераль займ облигацияларын сығара

Ағымдағы йылдың апрелендә Рәсәй Финанс министрлығы халыҡ өсөн федераль займ облигацияларын сығара. Был хаҡта ведомство башлығы Антон Силуанов Сочиҙа инвестиция форумында белдерҙе.

22.02.17
2016 йылда республиканың моноҡалаларында 1735 яңы бәләкәй предприятие барлыҡҡа килде

Моноҡалаларҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн федераль аҡса алыу күләме буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында республика ике йыл рәттән беренсе урынды биләй. Бөтә Рәсәй ҡалалары араһында Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан һуң Күмертау өсөнсө тора. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты коллегияһында ведомство етәксеһе Вячеслав Ғиләзетдинов хәбәр итеүенсә, яҡынса 500-ләп яңы эш урыны булдырған һәм 2,5 мең самаһы һаҡлап ҡалған 180 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты субсидиялар һәм гранттар алды.

21.02.17
Башҡортостанда Туған тел көнөн билдәләйҙәр

Башҡортостанда Туған тел көнөн билдәләйҙәр. Бөгөн, 21 февралдә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында Халыҡ-ара Туған тел көнөнә арналған Республика байрамы уҙа.

20.02.17
Башҡортостан — мобиль бәйләнештең арзанлығы буйынса илдә 49-сы урында

Республика мобиль бәйләнештең арзанлығы рейтингында Рәсәй төбәктәре араһында 36-сы урындан 49-сы урынға төштө, тип хәбәр итә РБК-Өфө. Рейтингта мобиль операторҙар хеҙмәте пакетының уртаса хаҡы һәм халыҡтың килеме иҫәпкә алынған.

17.02.17
Күмәк спортҡа күберәк иғтибар бүлергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостанда күмәк спортты әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк, сөнки әлеге ваҡытта республикала юғары ҡаҙанышлы спорт менән шөғөлләнеүселәр күбәйә. Был хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

17.02.17
Республикала капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе арттырыу күҙалланмай

Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүгә иғәнәләрҙе арттырыу күҙалланмай, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төбәк операторы.

16.02.17
Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр программаһы 1 млрд һумдан ашасаҡ – Рөстәм Хәмитов

Бала тыуғанда йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр программаһы 1 миллиард һумдан ашасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

15.02.17
Башҡортостан – үлем осраҡтарын кәметеү буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә

Башҡортостан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә билдәләнде. Ыңғай демографик күрһәткестәр Рәсәй Федерацияһының 67 төбәгендә теркәлгән. Был мәғлүмәттәр демографик хәл буйынса төбәктәр менән уҙғарылған селектор кәңәшмәһендә килтерелде. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец уҙғарҙы.

14.02.17
Республикала эшһеҙҙәр һаны бер аҙ артҡан

Йыл башы менән сағыштырғанда Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны бер аҙ артҡан һәм 24 мең самаһы кешегә еткән.

13.02.17
Башҡортостанда бала тыуғанда йәш ғаиләләргә 300-шәр мең һум аҡса бирелә

2017 йылдан республикала тәүге балалары тыуған йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам ала башлай. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитет башлыҡтары менән уҙғарған демография мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.
 

10.02.17
Килем тураһында мәғлүмәттәрҙе 2 майҙан да һуңға ҡалмайынса тапшырырға кәрәк – Федераль һалым хе

Физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса Декларация кампанияһы башланды, тип иҫкә төшөрә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы. Өс йыл милкендә булған мөлкәтте һатыуҙан (2016 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алынған күсемһеҙ милеккә — биш йыл), шулай уҡ фатир йәки бүлмәне ҡуртымға биреүҙән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем алыусылар апрель аҙағына тиклем һалым декларацияһын тапшырырға тейеш. Тулы исемлек Рәсәй Һалым кодексының 208-се статьяһында бирелгән.  

09.02.17
Башҡортостанда халыҡтың аҡсалата килеме иҫәп сығарылды

Башҡортостан статистары республика халҡының 2016 йылдағы аҡсалата килемен иҫәпләп сығарҙы.

07.02.17
Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөм&a

Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөмөнә инде. Йыл һайын Ғилми-тикшеренеү финанс институты Рәсәй Финанс министрлығы заказы буйынса ил субъекттарында бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәлен баһалай. Баһалау һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй төбәктәренең рейтингы төҙөлә.