Яңылыҡтар

06.02.17
Башҡортостанда тағы ла биш район-ара Эштә булышлыҡ итеү үҙәге асыла

Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә Башҡортостанда тағы ла биш район-ара Эштә булышлыҡ итеү үҙәге асыла. Унда яңы эш башлаған эшҡыуарҙар бушлай консультация, юридик һәм бухгалтер ярҙамы ала.

06.02.17
Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар күләме артты

2017 йылдың 1 февраленән әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар күләме индексацияланды. Уларҙың иҫәбендә – бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие һәм йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған өсөн пособие. Уларҙың дәүмәле 5,4 процентҡа артты.

03.02.17
23 февраль уңайынан республика халҡы дүрт көн рәттән ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәр дүрт көн рәттән — 23, 24, 25 һәм 26 февралдә ял итә ала.

02.02.17
Республиканың Күп функциялы үҙәктәрендә паспорттар бирелә башланы

1 февралдән республикала Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең 15 офисында Рәсәй паспорттары бирелә башланы.

01.02.17
Башҡортостанда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә делегация төҙөлә

2017 йылдың 14-22 октябрендә Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале ойошторола. Фестивалгә 150 илдән 20 мең кеше килә. Донъя йәштәрен берләштергән байрамға коммерцияға ҡарамаған сектор, фән, ижад, спорт, педагогика, IT, сәйәсәт өлкәләрендәге йәш лидерҙар, иң яҡшы студенттар, Рәсәй мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған милләттәштәребеҙ һәм сит ил вәкилдәре йыйыла.

31.01.17
Ф.Ҡудашева исемендәге Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда Фәриҙә Ҡудашева исемендәге Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы йәнә уҙа. Туғандаш халыҡтарҙың традицион йыр бәйгеһе Нефтекамала 5-7 апрелдә ойошторола. Конкурста ҡатнашыуға 16 йәштән 35 йәшкәсә һәүәҫкәр башҡарыусылар, шулай уҡ музыка училищеларының I-II курс вокал бүлеге студенттары саҡырыла.

31.01.17
Төбәктә Рима Баталованың IV «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһы конкурсына ғариза ҡабул итеү башланды

Башҡортостанда Рима Баталованың IV йәмәғәт премияһы конкурсы старт алды. Сараны «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды ойоштора. Фонд мөмкинлектәре сикле йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, инвалид балаһы булған йәш ғаиләләрҙе, ярҙам итеүселәрҙе, шулай инвалидтар проблемаһын яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

30.01.17
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Дәғүәселәр 2017 йылдың 15 апреленә тиклем үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш.

27.01.17
Баш ҡалала Нефть университеты буласаҡ абитуриенттарҙы көтә

Өфө дәүләт нефть техник университеты 28 һәм 29 ғинуарҙа Асыҡ ишектәр көнөн уҙғара.

26.01.17
Төбәктә күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәттәрҙе онлайн режимда алырға мөмкин

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең сайтында Күсемһеҙ милектең берҙәм реестрынан онлайн режимда мәғлүмәттәр биреү һәм документтар ҡабул итеүгә алдан яҙылыу буйынса яңы ике сервис эшләй башланы.

25.01.17
Хөрмәтле студенттар!

Һеҙҙе Рәсәй студенттары көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Студент ваҡыты – сағыу һәм онотолмаҫ мәл. Һеҙ - инициатив, әүҙем, дәртле, ҡыйыу, яңы үрҙәргә ынтылыусы йәштәр. Бөгөн беҙҙең йәмғиәт тырыш, эшләргә теләүсе кешеләргә мохтаж. Беҙ һеҙҙең ижади һәм интеллектуаль мөмкинлектәрегеҙгә ышанабыҙ!  Ҡалабыҙҙың һәм республикабыҙҙың киләсәге өсөн һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ!

24.01.17
Моноҡалаларҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә федераль саралар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан – беренсе

Башҡортостан моноҡалаларҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә федераль саралар йәлеп итеү буйынса беренселектә тора. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы – төбәк бюджеттарына субсидиялар бүлеү буйынса конкурс уҙҙы. Моноҡалаларҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн алған саралар күләме буйынса Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты икенсе йыл рәттән беренсе урында килә.

23.01.17
Хөрмәтле Нефтекамалылар!

Нефтекама ҡалаһы ҡала округында  график  буйынса йорт  алды территорияларын  ҡарҙан таҙартыу буйынса  эштәр башҡарыласаҡ. Таҙартыу эштәре ваҡытында һәм тейешле сифатта башҡарылһын өсөн, автомобиль һәм башҡа транспортты алып тороуыгыҙҙы үтенәбеҙ. График һауа торошо һәм башҡа шарттар арҡаһында үҙгәрергә мөмкин.