Яңылыҡтар

07.11.16
Рөстәм Хәмитов: «Илебеҙ халҡы күп тапҡыр, берҙәмлек күрһәтеп, уны дошмандарҙан ҡотҡарған»

4 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған митингта сығыш яһаны.

03.11.16
Хеҙмәт министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы. 4 ноябрҙән, Хеҙмәт министрлығының бойороғо көсөнә ингәс, ҡатын-ҡыҙҙарға сертификат юллау өсөн аҙыраҡ белешмәләр йыйырға кәрәк.

02.11.16
«Башҡорт энциклопедияһы»ның яңы томы донъя күрҙе

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында башҡорт телендә шул уҡ исемдәге энциклопедияның («Башҡорт энциклопедияһы») дүртенсе томы баҫылып сыҡты. Был китап — бай мәғлүмәтле үҙенсәлекле баҫма.

31.10.16
Республикала вакансиялар һанының кәмеүе күҙәтелә

Башҡортостанда вакансиялар һаны кәмей. Бер аҙна эсендә уларҙың һаны яҡынса меңгә кәмегән һәм бөгөн 33,7 мең тәшкил итә.

28.10.16
Республикала пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы артты

2017 йылда Башҡортостанда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы 8015 һум тәшкил итәсәк. 27 октябрҙә республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында тейешле закон проекты өс уҡыуҙа ҡабул ителде.

26.10.16
Республикала меңдән ашыу граждан үҙҙәрен законлы рәүештә банкрот тип иғлан иткән

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Физик берәмектәрҙең банкротлығы тураһында» федераль закон үҙ көсөнә ингәндән һуң, республиканың арбитраж судына халыҡтан үҙҙәрен банкрот тип таныу тураһында 1109 ғариза килгән, шуларҙың 831-е — ағымдағы йылда.  

25.10.16
7 декабрҙә сығарылыш класы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын яҙа

7 декабрҙә Башҡортостанда сығарылыш класы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын яҙа. Өс йыл инде ошо эш Берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт булып тора, инша яҙыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Быйылғы сығарылыш класы уҡыусылары үҙҙәре белем алған мәктәптә теркәү үтә. Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар төбәктең мәғариф менән идара итеү органы билдәләгән урындарға ғариза бирергә тейеш.

24.10.16
Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы артты

Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙары йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы 27 мең һумдан артты. Ғинуар-август менән сағыштырғанда үҫеш 6,9 процент тәшкил итте.

20.10.16
Рәсәйҙә Экология йылының рәсми эмблемаһы раҫланды

Рәсәйҙә Экология йылының рәсми эмблемаһы раҫланды. Тейешле федераль һәм төбәк саралары өсөн берҙәм брендты Рәсәй Президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле, илдә Экология йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Сергей Иванов раҫланы.

19.10.16
Нефтекама табиптары илдәге иң яҡшы терапевтарҙың тәүге рейтингына инде

Нефтекама  табиптары илдәге иң яҡшы терапевтарҙың тәүге рейтингына инде. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова һәм «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты етәкселеге ҡатнашлығындағы презентация барышында тикшеренеү һөҙөмтәләре иғлан ителде.

19.10.16
Ноябрҙә рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле ноябрҙә рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә.

18.10.16
Башҡортостанда 2017 йылда мосолман байрамдарының датаһы билдәләнде

2017 йылда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын рәсми байрам итеү көндәре билдәләнде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы республика Законына ярашлы, 2017 йылда Ураҙа байрамы 25 июнгә һәм Ҡорбан байрамы 1 сентябргә тура килә. Был көндәр ял һәм байрам көндәре тип иғлан ителә.

17.10.16
1 ноябрҙә төбәктә киҙеүгә ҡаршы вакцинация тамамлана

1 ноябрҙә республикала киҙеүгә ҡаршы вакцинация тамамлана. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала яҡынса 1 миллион 100 мең кешегә, шул иҫәптән 116 меңдән ашыу балаға прививка яһалған. План буйынса ноябргә 300 мең балаға киҙеүгә ҡаршы бушлай прививка эшләнергә тейеш.

 

 

Страниц : предыдущая 9 10 11 12 13 14 15 16 17 следующая