Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Ҡышҡы әкиәт

Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы «Ҡышҡы әкиәт»  тигән ижади конкурс иғлан итте. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, йәш һәм һөнәр буйынса сикләүҙәр юҡ.

15.01.13
Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында түләүһеҙ әҙерлек курстары

Өлкән класс уҡыусылары каникулдарын Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында файҙа менән уҙғара ала. Бында буласаҡ абитуриенттар өсөн түләүһеҙ әҙерлек курстары ойошторолған. Физика, информатика һәм математика дәрестәренә теләге булған һәр уҡыусы йөрөй ала.

09.01.13
«Венед» уңыштары

«Венед» спорт клубы  тәрбиәләнеүселәре уҙған ял көндәрен бик әүҙем үткәрҙе. Спортсылар бер нисә ярышта ҡатнашты.Ҡазанда 13 – 16 декабрҙә фитнес-аэробика буйынса Татарстан Республикаһының асыҡтурниры үтте. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 19 команда ҡатнашты. 8 йәштән 10 йәшкә тиклемге категорияла «Аэробика» номинацияһында Нефтекаманың «Лаймочки» коллективы көмөш миҙал  яуланы.

14 йәштән 16 йәшкә тиклемге спортсылар араһында «Максимум» командаһы фитнес-аэробика буйынса Бөтә рәсәй ярыштарының финалисы булды. Шулай уҡ уҙған ял көндәрендә Яңауылда кикбоксинг буйынса беренселек  үтте. Нефтекама намыҫын «Венед» спорт клубы үҙәгенең 15 тәрбиәләнеүсеһе яҡланы. Улар ярыштарҙан бөтә призлы урындар өсөн тәғәйенләнгән миҙалдарҙы яуланы.

19.12.12
Йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаты

17 декабрь ҡала хакимиәте залында Нефтекамала йәшәүсе 20 ғаилә күптән көтөлгән торлаҡ сертификаттарын алды. Бындай ярҙам  «Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү» Башҡортостан Республика программаһы сиктәрендә бирелде. Сертификат  ағымдағы йылда балалары тыуған ғаиләләргә тапшырылды. Ғаиләлә тәрбиәләнеүсе беренсе бала өсөн 196 мең , икенсеһе өсөн – 250 мең һәм өсөнсө бала өсөн 370 мең һум аҡса бирелде. Был сертификат аҡсалары йәш ғаиләләргә торлаҡ кредиттарын түләргә ярҙам итәсәк.

2012 йылда Нефтекамала «Йәш ғаиләләргә  ярҙам итеү »Республика һәм Федераль программалары буйынса 42 ғаилә сертификат алды. Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе билдәләүенсә, ғинуар аҙағына тиклем  тағы ла өс пар Республика программаһы буйынса, 5 ғаилә  Федераль программа буйынса сертификат  аласасаҡ.

18.12.12
Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында асыҡ ишектәр көнө

15 декабрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында  асыҡ ишектәр көнө үтте. Сараға уҡыусылар һәм колледждарҙа белем алыусы студенттар ҙа саҡырылды.

Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалы бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында талап ителгән 5 йүнәлеш буйынса белем бирә. Улар электроэнергетика, машиналар эшләү, информатика, менеджмент  кеүек йүнәлештәр. Асыҡ ишектәр көнөндә буласаҡ абитуриенттарға филиалдың эшмәкәрлеге, университетты тамамлағандан һуң ниндәй эшкә урынлашырға мөмкин икәнлеге тураһында һөйләнелде.

17.12.12
"Виктория" еңеүҙәре

Декабрь башында Томск ҡалаһында эстрада-спорт бейеү  балалар коллективтары араһында беренсе Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы үтте. Нефтекама ҡалаһының «Виктория» ансамбле  лә бәйгелә ҡатнашты.
Томск ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Һәр коллектив конкурсҡа икешәр номер алып килде. Балалар коллективтары ике төркөмгә бүленде - туғыҙ йәштән унбер йәшкә тиклем һәм ун ике йәштән ун дүрт йәшкә тиклем.

14.12.12
Байрамдар байрамса булһын!

Шулай тип тырыша ҡалабыҙҙың бер төркөм әүҙем йәштәре. Улар үҙ теләктәре менән яңғыҙ йәшәүсе ҡарттарға һәм етем балаларға Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, хәйриә акцияһы үткәрергә ниәтләй. Байрам булғас, етмәһә, Яңы йыл, йыр-бейеү менән генә сикләнеп булмай, бүләктәр ҙә булырға тейеш, тип ҡарар иткән ойоштороусылар.

Шуға ла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙың был сарала ҡатнаша ала. Өйөгөҙҙә ҡиммәтле булмаған ҡулланылмаған көн-күреш тауарҙары кәрәкһеҙ ятһа, төрлө сувенир, уйынсыҡтар, кейем-һалым – барыһын да ҡаланың реабилитация үҙәгенә тапшыра алаһығыҙ.

12.12.12
Травпункт эш режимын үҙгәртә

Ҡаланың травмотология пункты эш режимын ғына түгел, ҡабул итеү урынын да үҙгәртә. Әле ул дауаханалар ҡаласығының алты ҡатлы бинаһында урынлаша һәм тәүлек әйләнәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итәине.

Оҙаҡламай ул шунан алыҫ түгел, 1-се поликлиника бинаһына күсәсәк. бында инде тейешле әҙерлек эштәре ахырына етеп килә.

11.12.12
Байрамдар имен үтһен!

Рәсәй халҡы өсөн Яңы йыл каникулдары 30 декабрҙә башлана. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбегә, 31декабргә, күсерелә.  

РФ Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, шулай уҡ 7 ғинуар – Раштыуа байрамы – илдә ял һәм байрам көндәре булып тора.

07.12.12
Юнер Насыров исемендәге балалар ижады конкурсы

Юнер Насыров исемендәге балалар ижады конкурсында 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Улар Нефтекаманан, Николо-Березовканан, Әмзәнән, Ағиҙелдән, Ҡуяндан, Яңауылдан һәм Дүртөйлөнән килде.

15.10.12
Росреестр идаралығы бөтә баҡсасыларҙы ла биләмәләренә хоҡуҡтарын теркәүҙе һорай

Беҙҙең ҡалала 33 баҡса ширкәте бар, уларҙа 19 мең баҡсасының биләмәһе бар. 2006 йылда баҡса амнистияһы иғлан ителгәс, күптәр үҙҙәренең биләмәләрен теркәй башланы.

Башлыса йәшел морон ширҡәтендәге баҡсасыларҙың 83 проценты үҙ биләмәләрен теркәне, Венеция, Нефтсе, Рассвет, Энергетик, 2-се Дәүләт учреждениеһы, Клубничка, Октябргә 50 йыл баҡса ширҡәттәрендә 50 процентан ашыу баҡсасы ерҙәрен хосусилаштырҙы. Был кешеләрҙең баҡса ҡоролмаларына бәйле эштәр башҡарғанда, мираҫ хоҡуғы рәсмиләштергәндә мәсъәләләр тыумай.

12.10.12
Сиргә бирешмәҫ өсөн

Табиптар фекеренсә сиргә бирешмәҫ өсөн уны алдан профилактикаларға кәрәк, бының өсөн вакциянация эшләтеү мөһим. Йыл һайын меңләгән кеше укол яһата. Киҙеүгә ҡаршы прививка балалар поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре араһында мотлаҡ һәм традицион процедура. Табиптар халыҡҡа өлгө күрһәтә.

Медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш 3 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға, социаль хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға бушлай вакцина эшләнә. Йәғни хәүеф төркөмөндә булған һәм көн һайын күп кеше менән осрашырға тура килгән кешеләргә тәү сиратта укол яһала. Күптәр өсөн вакцинация- ҡышҡа әҙерләнгәндә мөһим процедура.

08.10.12
Ялған аҡсалар

Һеҙгә мең һумлыҡ ялған аҡса, беҙгә бәләкәй тауар һәм ысын аҡса менән сдача. Мутсылар Нефтекамала һуңғы ике аҙнала ошондай схема буйынса эш итә. Башлыса улар ялған аҡсаларҙы видеокүҙәтеү камералары булмаған бәләкәй магазиндарҙа, дарыуханаларҙа ҡуллана.

Һуңғы ике аҙнала ғына ун ялған аҡса менән ҡулланыу факты асыҡланды. Был купюралар Кавказ төбәктәренән килтерелә.

28.09.12
Спорт һөйөүселәр иғтибарына

11 август нефтекамала Физкультура көнөнә арналған ҙур спорт байрамы үтәсәк. Ярыштар ҡаланың төрлө нөктәләрендә урынлаштырыла. Уларҙа спортсылар ғына түгел, ә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

09.08.12
Ҡала үҙәк дауаханаһы йәш белгестәргә мохтаж

Ҡала үҙәк дауаханаһы йәш белгестәргә мохтаж. Бындай мәсъәләнең сәбәбе нимәлә һәм уны бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күрелә.

Ҡала поликлиникалары каридорҙарында ҙур-ҙур сираттар. Быға ҡала халҡы күнегеп бөткән, шуға ла белгескә инер өсөн эш ваҡыты башланғансы күпкә алдан килергә кәрәк икәнлеген яҡшы белә.

07.08.12
Нефтекамала “ғаилә ғаиләгә” тигән хәйриә акцияһы ойошторола

Август айында ата-әсәйҙәр балаларын ныҡлап яңы уҡыу йылына әҙерләй башлай. Улар бөтә кәрәк-яраҡты: канцелярия тауарҙарынан мәктәп формаһына тиклем алып ҡалырға ашыға. Бер бала ла ситтә тороп ҡалмаһын өсөн, ҡалала хәйриә акциялары ойошторола.

04.08.12
Мәк оператив-профилактика операцияһының беренсе этабы үтте

2012 йылдың 28 майынан 31 июленә тиклем Мәк оператив-профилактика операцияһының беренсе этабы үтте. Бында бөтә хоҡуҡу һаҡлау органдары ла йәлеп ителде. Беҙҙең бүлек тарафынан 28 енәйәт эше ҡуҙғатылды, яртыһынан күбеһе-ауыр енәйәт. Законһыҙ әйләнештән 9 килограмдан артығыраҡ марихуанна, 228 грамм гашиш, 130 грамм героин, дезоморфин һәм мәк ыҫмалаһы тартып алынды. 10 киндер усағы асыҡланды. Улар муниципаль орган властәре көсө менән юҡ ителде.

01.08.12
Ҡаланың илле йыллыҡ юбилейына фотоальбом баҫтырыласаҡ

Был күтәргес ғәҙәттә эшселәрҙе йорт түбәһенә йә электр бағаналарына күтәреү өсөн ҡулланыла. Бөгөн иһә ул башҡа төр эш өсөн файҙаланылды. Уның ярҙамында юғарыға ҡаланың илле йыллыҡ юбилейына арнап әҙерләнгән фотоальбомды булдырыу өҫтөндә эшләгән фотографтар күтәрелде. Был күтәргес ҡалала иң оҙоно һанала. Уның оҙонлоғо 28 метр.

31.07.12
Күләүектән сығырға тура киләсәк

Тәҙрәләрен ҡараңғылатырға яратыусыларға дәүләт номерҙарынан яҙғыһы килмәһә күләүектән сығырға тура киләсәк. 1 июлдән автомобилдәренең тәҙрәләрен тонировкалаусылар 500 һум штраф ҡына түләп ҡотола алмаясаҡ, уларҙың дәүләт номерҙарын да һалдырып аласаҡтар. Инспекторҙар был һөҙөмтәле алым булыр тип өмөтләнә.

28.06.12
Күп фатирлы йорттар советы рәйестәре өсөн уҡыуҙар үтте

Уҙған йылда республикала күп фатирлы йорттар советы рәйестәрен уҡытыу программаһы эшләй башланы. беҙҙең ҡала халҡының бер өлөшө был программа менән танышып, уҡыуҙар үтте. Быйыл тағы ла 300 ҙән артыҡ кеше күп фатирлы йорттар менән идара итеү буйынса белем аласаҡ.

28.06.12
Республиканың ҡабул итеү комиссиялары 20 июндән башлап документтар ҡабул итә

Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу мәл етте. Республиканың ҡабул итеү комиссиялары 20 июндән башлап документтар ҡабул итә. Башҡорт дәүләт университетының нефтекама филиалында ла эш ҡайнай.

28.06.12
Нефтекамала мотокросс буйынса ярыштар үтте

Нефтекама ере бер нисә йыл рәтән мотокросс буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Был ярыштар эҫе ҡояшлы көн менән ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың хәтерҙәрендә ҡалды. Трассала бик туҙанлы булыуына ҡарамаҫтан, мотокроссылар тамашасыларға бик матур һәм мауыҡтырғыс уҙыш күрһәтә алды.

28.06.12
Улар тормошта үҙ юлдарын табасаҡтар

Был ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн мәктәп тормошо артта ҡалды. Улар ҙур тормошҡа аяҡ баҫа. Шуға ла үҙҙәренең мәктәптәге һуңғы көндәрен дә ололарса уҙғара - киске күлдәктәрҙә һәм классик костюмдарҙа.

27.06.12
Йәштәр көнө

Буяуҙар менән боллондар, әҙ генә фантазия һәм бына ул ниндәйҙер үҙенсәлекле эш. Быйыл граффитисылар ҡаланың 50 йыллығына бәйле уйҙарын һәм хыялдарын һүрәтләргә тырышты. Ике сәғәт буйына урам рәссамдары ижад итте. Улар Нетфтекаманы киләсәктә нисек күрергә теләүҙәрен сағылдырҙы.

26.06.12
Беҙҙең ҡалала велоспорт буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге үтте

Уҙған ял көндәрендә беҙҙең ҡалала велоспорт буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге үтте. Ҡатнашыусыларға 50 һәм 25 саҡрым оҙонлоҡто үтергә кәрәк ине. Ярышта 97-99 йылғы ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашты. Улар Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан йыйылды. Мәләүездән, Бәләбәйҙән, Стәрлетамаҡтан, саҡмағоштан һәм башҡа нәктәләрҙән. Ярыш Нефтекама-ҡалтасы трассаһында үтте, был трасса күптәрҙең фекере буйынса, яҡшыларҙың береһе.

26.06.12

Страниц : << 11 12 13 14 15 16 17 18 19 >>