Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Мәғариф министрлығында 2017 йылда БДИ тапшырыу өсөн ғариза биреүҙең һуңғы срогы хаҡында хәбәр иттелде

2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ғариза 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. Унда һынау биреү өсөн предметтар күрһәтелергә тейеш. Рус теле һәм математика — сығарылыш класы уҡыусылары өсөн мотлаҡ. Ошо фәндәрҙән имтиханды уңышлы тапшырыу урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн кәрәк. Ҡалған предметтар — һайлау буйынса. Улар тәү сиратта белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләгән уҡыусылар өсөн мөһим.

12.01.17
13 ғинуарҙа Башҡортостанда пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге түләүҙе таратыу башлана

13 ғинуарҙа Башҡортостанда пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге түләүҙе таратыу башлана

11.01.17
Рәсәй Юстиция министрлығы бурыслыларҙан берҙән-бер торлағын тартып алыу тураһында закон проектын әҙерләне

Рәсәй Юстиция министрлығы бурыслыларҙан берҙән-бер торлағын тартып алыу тураһында закон проектын әҙерләне. Был уның майҙаны бер кешегә метраж буйынса икеләтә норманан артҡан осраҡҡа ҡағыла. Әле ошо теманы федераль киң мәғлүмәт саралары тикшерә. Гражданлыҡ-процессуаль кодексына төҙәтмә индерергә тәҡдим ителә. Хәҙер бурыслынан ипотекаһы түләнеп бөтмәгән торлағын ғына тартып алырға мөмкин. Яңы законда ошо положение ҡала.

10.01.17
Республика 2017 йылда балалар технопаркын булдырыуға федераль бюджеттан субсидия аласаҡ

Башҡортостан балалар технопаркын булдырыу өсөн субсидия алыуға конкурста еңде. Федераль бюджет республикаға 2017 йылда 24 миллион һум бүләсәк, тиелә РФ Мәғариф министрлығы комиссияһы ултырышының протоколында.

09.01.17
Хөрмәтле нефтекамалар!

Һеҙҙе яҡынлашып килеүсе Яңы 2017 йыл менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

30.12.16
Владимир Путин балалар ялын ойоштороу тураһында закон ҡабул итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар ялын ойоштороу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы, ул балаларҙың ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлегенә талаптарҙы ҡатыландыра. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған.

29.12.16
Яңы йыл төнөндә республикала яҡшы һауа торошо көтөлә

Алдан фаразлауҙар буйынса Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә һауа торошо республика халҡы өсөн уңайлы буласаҡ. Уртаса һыуыҡ һауа торошо көтөлә, -6, -13 градус тирәһе. 1 ғинуарҙа һауа температураһы көндөҙ -3, -8 градус тәшкил итәсәк.

 

29.12.16
Республикала аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәте үҫешә

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәтенең үҫеше билдәләнә. Ағымдағы йылдың 11 айында аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәте индексы 102,6 процент тәшкил иткән.

28.12.16
Башҡортостанда ҡайҙа конькиҙа шыуырға була

Яңы йыл байрамдары яҡынлаша, тимәк республика халҡын оҙайлы каникулдар менән төрлө ҡышҡы күңел асыу саралары көтә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы әүҙем ял итергә яратыусыларға Башҡортостанда булған һырғалаҡтар исемлеген әҙерләне.

28.12.16
Башҡортостан – илдең иң спорт төбәктәре иҫәбендә

Башҡортостан биш иң спорт төбәк исемлегенә инде. Белгестәр спорт инфраструктураһы объекттарын, республикала уҙғарылған чемпионаттар иҫәбен, халыҡтың спорт менән әүҙем шөғөлләнеүен баһалаған, тип хәбәр итә РБК-Уфа.

27.12.16
Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек категорияһына ҡарамаған спиртлы продукцияны берәмләп һатыу тыйыла

Рәсәйҙә составында спирт булған һәм аҙыҡ-түлек категорияһына ҡарамаған продукцияны берәмләп һатыуҙы сикләү тураһындағы ҡарар үҙ көсөнә инде. Бының турала мәғлүмәт Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең рәсми сайтында ҡуйылған. Илдең баш санитар табибы легаль алкоголле һәм спиртлы продукцияның әйләнешен контролдә тотоу буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәм Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведевтың тапшырылған эшен үтәү юҫығында ошо ҡарарҙы ҡабул итә.

27.12.16
26 декабрь Рәсәйҙә дөйөм милли матәм көнө тип иғлан ителде

Владимир Путин Краснодар крайында самолет һәләкәткә осрау арҡаһында 26 декабрҙе бөтә Рәсәйҙә матәм көнө тип иғлан итте. Матәм көндө бөтә илдә Дәүләт флагтары бер аҙ төшөрөлгән. Мәҙәниәт учреждениеларына һәм телерадиокомпанияларға күңел асыу сараларын һәм тапшырыуҙарын кисектереп торорға тәҡдим ителгән. Дәүләт башлығы Ҡара диңгеҙ өҫтөндә авиация һәләкәте һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ауыр ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

26.12.16
«Башавтотранс» автопаркын 100 яңы автобус тулыландырҙы

23 декабрҙә  Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Тимур Аклаевҡа газ-мотор яғыулығында эшләүсе 100 яңы автобустың символик асҡысын тапшырҙы. Транспорт республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү сиктәрендә һатып алынған.

23.12.16
Документтар ҡабул итеү һәм тапшырыу штат режимында алып барыла — Башҡортостан буйынса Росреестр

Башҡортостанда теркәүсе органдың эшендә бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар юҡ, тип белдерҙеләр республиканың Росреестр идаралығында. Бынан алда киң мәғлүмәт сараларында ҡайһы бер төбәктәрҙә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе буйынса документтар ҡабул итеүҙе һәм тапшырыуҙы туҡтатыуҙары тураһында хәбәр баҫылғайны.

16.12.16
Рөстәм Хәмитов электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышын үткәрҙе

14 декабрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Ултырыш Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә уҙҙы. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республиканың профилле министрлыҡ, ведомство, юғары уҡыу йорто һәм предприятие вәкилдәре ҡатнашты.

15.12.16
Был аҙнала төбәктә көндәр һалҡын торасаҡ

Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡын торасаҡ, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы. Һауа температураһы норманан 5-7 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. 13 декабрҙә бер аҙ йылыта, сөнки Ырымбур өлкәһе аша циклон күсә. Шуға бәйле республиканың көньяғында ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал.

13.12.16
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме билдәле булды

Ноябрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 4175 һум, йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 44,6 процент тәшкил итте. Былтыр ноябрь айында төбәктә пособиеның уртаса күләме 4185 һум булған.

12.12.16
12 декабрь — Рәсәй Конституцияһы көнө

Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. Конституция 1993 йылдың 25 декабрендә рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде.

12.12.16
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республиканың алдағы йылға төп документы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырышы барышында халыҡ иғтибарына еткерелде. Төбәк етәксеһенең сығышын Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтте. Тәүҙә Рөстәм Хәмитов депутаттар корпусына башҡарма власть органдары менән асыҡ, һөҙөмтәле эш алып барғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яйға һалынған эш тормоштоң бөтә яҡтарын яҡшыртыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

09.12.16
Башҡортостандың 100 йыллығы халыҡ-ара кимәлдә билдәләнә

Башҡортостанда «Республиканың барлыҡҡа килеүе» тигән түңәрәк өҫтәлдәр циклы асыла. Сараларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштора. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған бер нисә осрашыу халыҡ-ара кимәлдә үтә.

08.12.16
Нефтекама һөҙөмтәле эшләгән өсөн грант аласаҡ

Башҡортостан муниципалитеттары 2015 йыл йомғаҡтары буйынса эшмәкәрлектәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн дотация аласаҡ. Иң яҡшылар иҫәбендә — Нефтекама, шулай уҡ Мәләүез, Ишембай, Көйөргәҙе, Тәтешле, Илеш, Бүздәк, Благовар һәм Кушнаренко райондары.

07.12.16
Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә уртаса хаҡтар билдәле булды

Башҡортостанстат социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә уртаса хаҡтарҙы баҫтырып сығарҙы.

06.12.16
Илдә йәшәү минимумы кәметелде

Рәсәй Хөкүмәте III квартал йомғаҡтары буйынса йәшәү минимумын кәметте. Уның дәүмәле йән башына 9889 һум тәшкил итте, был үткән кварталға ҡарата 67 һумға аҙыраҡ, тип хәбәр итә РБК.

05.12.16
Рөстәм Хәмитов: «Президент халыҡтың көндәлек тормошона ҙур иғтибар бүлде»

1 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау тантанаһында ҡатнашты.

02.12.16
Төбәктәр төҙөкләндереү өсөн 20 миллиард һум аҡса аласаҡ - Владимир Путин

2017 йылда төбәктәрҙе, шул иҫәптән моноҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн 20 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе. Был аҡса халыҡтың фекерен иҫәпкә алып тотонолорға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.

01.12.16

Страниц : << 2 3 4 5 6 7 8 9 10 >>