Авторское право © WWW : Нефтекамск. Официальный сайт администрации городского округа
Перепубликация материалов возможна только с устного или письменного разрешения Администрации сайта !
Название статьи , опубликовано Мәҡәләләр » Нефтекама ҡалаhы
14.07.21 04:23

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында, баш ҡалабыҙ θфөнән 220 саҡрым алыçлыҡта, мул hыулы Кама йылғаhы буйында йәш, заманса ҡала урынлашҡан. Был ҡала Нефтекама тип атала. Ҡалала 62 милләтте берләштереп, 142 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың 29,1% рустар, 27,8 % - башҡорттар, 30,5 проценты – татарҙар. Үҙенең барлыҡҡа килеүе менән Нефтекама 1955 йылда боронғо мари ауылы Арлан эргәһендә табылған “ҡара алтын”ға бурыслы. Күҙәтеүселәрҙән hуң нефть табыусылар, ә hуңынан төҙөүселәр килгән. Кәсәү, Марьино hәм Михайловка ауылдары араhында, ҡасандыр ҙур бушлыҡты тәшкил иткән киң баçыуҙарҙа, беренселәрҙән булып нефть сығанаҡтарын асыусылар өсөн торлаҡтар төҙөлә башлай.
Бөгөнгө көндә Нефтекама республикабыҙҙың ҙур ҡалалары рәтенә инә, мәҙәниәт hәм сәнәғәт өлкәhендә әhәмиәтле урын алып тора. Ҡалала төҙөүселәрҙең эшен дауам итеп, ғөрөф–ғәҙәттәрен hаҡлап, белем hәм тәжрибәләрен йәш быуынға еткереп, энергетиктар, төҙөүселәр, машина эшләп сығарыусылар, табиптар, уҡытыусылар hәм башҡа hөнәр эйәләре йәшәй hәм тырышып эшләй.  Заман ҡаршылыҡтарын үтеп, яңы иҡтисад шарттарында үҙенең тотҡан урынын нығытып, был ҡала үçеш юлынан ышаныслы атлай.

URL / WWW
http://neftcity.ru/index.php?dn=article&to=art&id=11