Уҡытыу, тәрбиә эштәренә лә ҡалала ҙур әhәмиәт бирелә. Ҡаланың уҡыу-уҡытыу системаhында 17 дөйөм белем биреү, 1–се физика–математика лицейы, 1-се гимназия, мәктәп–интернат, асыҡ сменалы мәктәп, 6 өçтәмә белем биреү учреждениелары эшләй. Уҡыусыларҙың теләктәрен, hәләттәрен hәм мөмкинселектәрен иçәпкә алып, ҡалала математика, физика, сит телдәр, технологиялар фәндәрен тәрән hәм профилле өйрәнеү өсөн кластар, 10–сы урта мәктәптә кадет кластары асылған. Ишетеү hәм күреү hәләте түбән булған, психик үçеше тотҡарланған балаларға ҙур иғтибар бирелә. Һәр мәктәптә логопед, психологтар, социаль педагогтар эшләй. Әсә телен өйрәнеү буйынса уҡытыусылар тарафынан ентекле hәм эҙмә–эҙлекле эш алып барыла. Әсә телен 10 меңдән артыҡ бала өйрәнә, был уҡыусыларҙың 70 % тигәнде аңлата. Бынан тыш, башҡорт милләтенән булмаған балаларҙың 18% башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Телде hаҡлау, башҡа милләт халыҡтарына, уларҙың теленә, мәҙәниәтенә ихтирамлы булыу – hәр милләт халҡының бурысы. Беҙҙең республика халҡы телде, мәҙәниәтте, динде, ғөрөф–ғәҙәттәрҙе hаҡлап ҡала алды. Ҡалала 5 йылға яҡын башҡорт гимназияhы эшләп килә, уның яңы бинаһы 2006 йылдың 1 сентябрендә сафҡа индерелде.
Уҡытыу, тәрбиә эштәренә лә ҡалала ҙур әhәмиәт бирелә. Ҡаланың уҡытыу системаhында 17 дөйөм белем биреү, 1–се физика–математика лицейы, 1-се гимназия, мәктәп–интернат, асыҡ сменалы мктәп, 6 өçтәлмә белем биреү учреждениелары эшләй. Уҡыусыларҙың теләктәрен, hәләттәрен hәм мөмкинселектәрен иçәпкә алып, ҡалала математика, физика, сит телдәр, технологиялар фәндәрен тәрән hәм профилле өйрәнеү өсөн кластар, 10–сы урта мәктәптә кадет кластары асылған. Ишетеү hәм күреү hәләте түбән булған, психик үçеше тотҡарланған балаларға ҙур иғтибар бирелә. Һәр мәктәптә логопед, психологтар, социаль педагогтар эшләй. Әсә телен өйрәнеү буйынса уҡытыусылар тарафынан ентекле hәм эҙмә–эҙлекле эш алып барыла. Әсә телен 10 меңдән артыҡ бала өйрәнә, был уҡыусыларҙың 70 % тигәнде аңлата. Бынан тыш, башҡорт милләтенән булмаған балаларҙың 18% башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Телде hаҡлау, башҡа милләт халыҡтарына, уларҙың теленә, мәҙәниәтенә ихтирамлы булыу – hәр милләт халҡының бурысы. Беҙҙең республика халҡы телде, мәҙәниәтте, динде, ғөрөф–ғәҙәттәрҙе hаҡлап ҡала алды. Ҡалала 5 йылға яҡын башҡорт гимназияhы эшләп килә, уның яңы бинаһы 2006 йылдың 1 сентябрендә сафҡа индерелде.Мәктәптәрҙә hәм балалар баҡсаларында тыуған яҡты өйрәнеү кабинеттары hәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары йыhазландырылды. Башҡортостан Республикаhы Президенты Мортаза Рәхимов булышлығы менән Нефтекама ҡалаhында 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының филиалы асылды. Әлбиттә, был филиалдың эшләй башлауы төньяҡ–көнбайыш төбәктең мәктәптәрҙе тамамлаған уҡыусыларға hәм йәштәргә артабан уҡыуҙарын дауам итергә уңайлы шарттар тыуҙырҙы. 2005 йылда “Ғәмәли математика hәм информатика”, “Финанс hәм кредит”, “Юриспруденция”, “Филология” (махсуслашҡан рус hәм башҡорт телдәре) специалностары буйынса студенттарҙың беренсе сығарылышы булды. 2005 йылдың ғинуарынан башлап θфө авиация-техник университетының филиалы эшләй. “Авиация технология системалары” факультетының “Йыhазлау hәм иретеп йәбештереү технологияhы” hәм “Авиация приборҙарын яhау” факультетының “Электр–энергетик системалар hәм селтәрҙәр” специалносы буйынса 200–гә яҡын студент белем ала. Юғары белемде йәштәр шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының филиалында hәм юғары уҡыу йорттарының 8 вәкиллегендә алалар. Ҡалала машиналар эшләү техникумы, нефть hәм педагогия колледждары, урта махсус белем биреү йорттарының 5 филиалы hәм 3 вәкиллеге эшләй. Мәктәпте тамамлаусылар башланғыс профессиональ белемде 27–се hәм 59–сы профессиональ лицейҙарҙа, 91–се, 138–се һөнәрселек училищеларында алалар. Бөтә уҡыу йорттарында ла уҡытыу hәм тәрбиә биреү эштәре буйынса бай тәжрибә тупланған. Был тәжрибә педагогик эшмәкәрлектә оçта hәм тейешенсә ҡулланыла.