Яңылыҡтар
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен йомшартыу һәм хәүефтәрҙе кәметеү
27 июлдә Башҡортостан хөкүмәте ултырышында төбәктә тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен йомшартыу һәм хәүефтәрҙе кәметеү буйынса алты йылға иҫәпләнгән дәүләт программаһын ҡаранылар һәм ҡабул иттеләр. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, ошо программаның төп маҡсаты — Башҡортостанда һәләкәттәргә юл ҡуймау, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен кәметеү.
«Һуңғы йылдарҙа хәүефле тәбиғәт күренештәре йышайҙы, улар кешеләрҙең именлегенә хәүеф тыуҙыра, иҡтисадтың байтаҡ тармаҡтарына йоғонто яһай. Айырыуса аграрийҙар ҙур зыян күрә. 2010 йылдағы көслө ҡоролоҡ 13 миллиард һумдан ашыу күләмдә зыян килтерҙе, 2012 йылда иһә тағы 2,5 миллиард һум. Быйыл ҡыш ҡар күп яуҙы, яҙын һәм йәйен — ямғырҙар, көслө ел һәм дауыл. Уҙған аҙнала ғына дауыл арҡаһында Хәйбулла районындағы мәктәптең ҡыйығы емерелде, Өфөлә ике кеше зыян күрҙе. Июндә Архангел һәм Миәкә райондары хәүеф аҫтында ҡалды. Республиканың 13 районында тупраҡтың артыҡ дымланыуы арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, уңышты юғалтыуҙан зыян ярты миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә хәүефле. Кешеләр юл-транспорт фажиғәләрендә, янғындарҙа, производствола, ток һуғыуҙан һәләк була. Әлбиттә, беҙҙең өсөн һәр ошондай фажиғә — ғәҙәттән тыш хәл», — тине Башҡортостан башлығы.
Быйыл 2012 йылдан ғәмәлдә булған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен йомшартыу һәм хәүефтәрҙе кәметеү буйынса дәүләт программаһы тамамлана. 2018-2023 йылдарға иҫәпләнгән шул уҡ исемдәге документ яңы саралар менән тулыландырылған.
«Ғәҙәттән тыш хәлде алдан күҙаллау һәм мониторинг системаһын үҫтереү буйынса махсус ярҙамсы программалар әҙерләнгән. Был бик мөһим, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Сөнки ошо йүнәлештәге эш әлегә һөҙөмтәле түгел. Быны танырға кәрәк».
Ҡабул ителгән документ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе алдан күҙаллау һәм мониторинг системаһын камиллаштырыуға, республикала янғын хәүефһеҙлеген, шулай уҡ һыу объекттарында кешеләрҙең именлеген тәьмин итеүгә, «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексын индереүгә һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән ярҙамсы программаларҙан тора.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.