Халыҡтың социаль именлеге, күпселек осраҡта, медицина ярҙамын hәр кем файҙалана алыуы, уның сифаты менән билдәләнә. Ҡала халҡының сәләмәтлеген hаҡлауҙа 853 стационар карауаттарҙан торған 12 дауалау–профилактик, сменаға 3290 кешене ҡабул итерлек амбулатор–поликлиника учреждениелары тәҡдим ителгән. Ҡала халҡын медицина менән тәьмин итеү өсөн хәҙерге дауахана комплексында иçкергән медицина аппаратуралары яңыртыла, яңы метод hәм эш алымдары индерелә. Һуңғы йылдарҙа халыҡҡа ярҙам итеү өсөн медицина үҙәктәре hәм стоматология салондары асылды. Ҡала халҡы ял йорттарында, профилакторийҙарҙа, “Ҡарағай урманы”, “Хазино”, “Росинка”, “Бригантина” сәләмәтләндереү лагерында тулыhынса ял итә, сәләмәтлектәрен нығыта ала.