Прямая речь

Мы и дальше будем развивать наши общественные пространства, создавать красивые площади, улучшать дома и дороги.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

Яңылыҡтар

Алименттарҙан ҡасып ҡалып булмай

Алимент түләү бурысынан ҡасып йөрөгән ҡатынды суд приставтары эҙләп табып енәйәт яуаплылығына тарттырҙы.

09.10.20
Пособие юллау һәм справка алыу процедураһы еңеләйҙе

Хәҙер, халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге бүлектәрендә йәки күп функциялы үҙәге офистарында пособия юлланған саҡта, суд приставтары хеҙмәтенән ниндәй ҙә булһа справка алыу кәрәклеге ҡалманы.

09.10.20
Бер көндә - һигеҙ ғүмер

Республиканың һыу ятҡылыҡтарынан килгән яңылыҡтарҙан сәстәр үрә торорлоҡ. Көн һайын 5-10 кеше батып үлә бит. Кисәге мәғлүмәттәр ҙә ҡот осҡос: Башҡортостанда бер тәүлек эсендә батыуҙан һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

15.07.20
Республикала йәнә мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыу күсерелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр 2020 йылдың мартынан республика биләмәһендә ғәмәлдә булған «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға төҙәтмәләр индерҙе. Яңы баҫмала республика етәксеһе мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыуҙы күсерҙе. Бынан алда 15 июлдә уларҙың эшен башлау планлаштырылғайны. Дата ике аҙнаға – 29 июлгә күсерелде.

15.07.20
Рәсәй курорттарында ял итеүселәр хаҡтар һәм сервис менән ҡәнәғәт түгел – һорау

Tvil.ru  сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй курорттарында ял иткән күпселек туристар хаҡтар һәм сервис кимәле менән ҡәнәғәт түгел.

15.07.20
Йөктө - герметик ҡаптарҙа

Күптән түгел республиканың Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтовтың “Европак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән эшлекле осрашыуы булды.

15.07.20
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аномаль эҫелек тураһында иҫкәртә

Башҡортостанда хәүефле күренештәр фаразлана. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, 15 июлдә республикала 38-40 градус эҫелек, күпселек райондарҙа аномаль эҫе һауа торошо көтөлә, республиканың көньяғында ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе һаҡлана.

14.07.20
Башҡортостанда 20-се пациент коронавирус инфекцияһынан вафат булған

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 14 июлгә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 20-се пациент коронавирустан вафат булған.

14.07.20
Республикала иҫерек водителдәрҙе телевизорҙан күрһәтеп, оялтырға уйлайҙар

Эскән килеш рулгә ултырып, автоинспекторҙарға эләккән водителдәрҙе урындағы телеканалдарҙан күрһәтәләр. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаев хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай тәьҫир итеү сараһын ҡулланырға тәҡдим итте. Уҙған аҙнанан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы республика башлығы ҡушыуы буйынса эскән килеш машина йөрөтөүгә ҡаршы көсәйтелгән эш башланы.

13.07.20
Башҡортостанда мәғариф буйынса август кәңәшмәһе тәүгә дистанцияла уҙғарыла

Башҡортостанда Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе тәүгә дистанцияла уҙғарыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

13.07.20
Тағы ла эҫерәк...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты бик эҫе көндәр көтөлөүе тураһында иҫкәртә.

12.07.20
Конституцияға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде

3 июлдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин төҙәтмәләр индерелгән Рәсәй Конституцияһының көсөнә инеүе тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документ шул көндө үк Рәсәй Президентының рәсми сайтында донъя күрҙе.

06.07.20
10 октябрҙә республикала – ҡыҫҡартылған эш көнө

Шишәмбе 10 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, тип хәтергә төшөрә Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

09.10.17
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика ҡаҙналарынан йәмғеһе 1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән. Ошондай һандарҙы төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов был йүнәлеш буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында килтерҙе.

06.10.17
Яңы йылдан Башҡортостанда тәрбиәгә алынған баланы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда тәрбиәгә алынған һәм патронат ғаиләләргә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ғаиләләрҙәге ата-әсәләргә тейешле аҡса, опекаға һәм попечителлеккә алынған балаларҙы тәрбиәләү өсөн пособие 16,3 процентҡа арттырыла.

04.10.17
1 сентябрь республикала – эшләмәгән байрам көнө

Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2017 йылдың 1 сентябре Ҡорбан байрамын байрам итеү менән бәйле эшләмәгән байрам көнө тип иғлан ителгән.

09.08.17
Республикала «Йыл эшҡыуары» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

«Йыл эшҡыуары» республика конкурсы башланып китте. Ул Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында уҙғарыла. Тәүге тапҡыр конкурс 2005 йылда уҙғарылды һәм шунан алып төбәктең эш тормошонда йыл һайын уҙғарылған мөһим ваҡиғаға әйләнде.

08.08.17
Нефтекаманың «Торос» командаһы Тарасов мемориалында ышаныслы еңеү яуланы

Ижевск ҡалаһында Тарасов иҫтәлегенә арналған миҙгел алды хоккей мемориалы тамамланды. Нефтекаманың «Торос» командаһы тулыһынса уның еңеүсеһе булды.

07.08.17
Башҡортостанда йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнәләрҙе йыйыу кимәле 90 проценттан артҡан

Башҡортостанда 2017 йылдың тәүге алты айында күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыуға иғәнәләрҙе йыйыу былтырғы күрһәткестәрҙән уҙып киткән һәм 90,9 процентҡа еткән. Бер йыл элек капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе йыйыу 86,3 процент тәшкил иткән.

04.08.17
Республикала мәктәптәр үҙҙәре уҡыу йылының башын билдәләргә хоҡуҡлы – Башҡортостан Мәғ

Башҡортостанда яңы уҡыу йылы 2 йәки 4 сентябрҙә башлана. Ул быйыл Белем көнөнөң Ҡорбан байрамы менән тап килеүенә бәйле. Тимәк, 1 сентябрь эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә, тип аңлаттылар Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

03.08.17
Башҡортостандың мәғариф министры башҡорт телен өйрәнеү менән бәйле хәлде аңлатты

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»нда «Мысли вслух» тапшырыуында мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү менән бәйле хәлде аңлатты.

02.08.17
Башҡортостан Башлығы һәләтле уҡыусылар өсөн стипендияны ике тапҡырға арттырҙы

Башҡортостанда һәләтле уҡыусылар өсөн стипендия ике тапҡырға арттырылды.Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.

01.08.17
Республикала яңы «аҡсалы» вакансиялар баҫылған

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эш хаҡы 30 мең һумдан кәм булмаған яңы вакансиялар хаҡында хәбәр итте.

31.07.17
Республиканың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы ҡабул итеү башлана

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы уҡырға алыу башлана. Шәмбе, 29 июлдә, уҡырға алыу тураһында тәүге бойороҡтар баҫылырға тейеш, уларҙы уҡыу йорттарының рәсми сайттарында һәм мәғлүмәт стендтарында күрергә мөмкин. 27 һәм 28 июлдә вуздар абитуриенттарҙың берҙәм дәүләт имтиханы балдары күрһәтелгән исемлектәрен баҫтыра. Исемлектәрҙә һынауһыҙ уҡырға инеүселәр өсөн ҡабул итеүҙең нигеҙе тураһында мәғлүмәт һәм шәхси ҡаҙаныштар өсөн балдар һаны булырға тейеш. Шулай уҡ абитуриенттарҙың өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булыуы күрһәтелә.

28.07.17
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен йомшартыу һәм хәүефтәрҙе кәметеү

27 июлдә Башҡортостан хөкүмәте ултырышында төбәктә тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен йомшартыу һәм хәүефтәрҙе кәметеү буйынса алты йылға иҫәпләнгән дәүләт программаһын ҡаранылар һәм ҡабул иттеләр. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, ошо программаның төп маҡсаты — Башҡортостанда һәләкәттәргә юл ҡуймау, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен кәметеү.

27.07.17

Бит : 1 2 3 4 5 следующая
{podcenter}