Яңылыҡтар
Йөктө - герметик ҡаптарҙа
Күптән түгел республиканың Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтовтың “Европак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән эшлекле осрашыуы булды.
Компанияла экспортлаусылар өсөн яңы логистик ҡарарҙар тәҡдим итәләр. Һүҙ йөктө флекситанктарҙа, йәғни бер тапҡыр ҡулланыла торған герметик һауыттарҙа ташыу хаҡында бара. Был махсус ҡап контейнерға һалына һәм тимер юлдар йәки диңгеҙ буйлап Рәсәйгә һәм донъяның тағы унлаған иленә килтерелә.
“Европак” компанияһы вәкилдәре һүҙҙәренә ҡарағанда, йөктө бындай ҡаптар аша ташыу экспортлау менән шөғөлләнгән компанияларға технологик һәм логистик өҫтөнлөктәргә эйә булырға, продукция менән сауҙа итеүҙең яңы баҙарҙарына сығырға һәм ташыу өсөн сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Әйткәндәй, 2020 йылдың тәүге ярты йылында республика аграр комплексы продукцияһын экспортлау 76 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был, үткән йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперацияһы һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” төбәк проекты индикаторҙарына ярашлы, 2024 йылға тиклем республика продукцияһын сит илгә сығарыу күләме 230 миллион АҠШ долларына тиклем барып етергә тейеш.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.