Яңылыҡтар
Алименттарҙан ҡасып ҡалып булмай
Алимент түләү бурысынан ҡасып йөрөгән ҡатынды суд приставтары эҙләп табып енәйәт яуаплылығына тарттырҙы.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Бәләбәй район-ара суд приставтары бүлексәһендә башҡарма эше ҡуҙғалтыла. Суд ҡарары буйынса әсәй кеше эш хаҡының ¼ өлөшөн балаһына ебәреп торорға тейеш. Әлеге мәлдә 6 йэшлек малай балалар йортонда тәрбиәләнә.
Еңел-елпе йәшәү рәүешен дауам итә биргән ҡатын-ҡыҙға ҡарата Суд приставтары Рәсәй Федерацияһының Административ Кодексы 5.35 статьяһының 1-се бүлеге буйынса протокол төҙөй. Әммә ҡатын-ҡыҙ административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандан һуң да суд приставтарынан ҡасып йөрөй бирә. Һөҙөмтәлә, уның балаһы алдындағы бурысы 400 мең һумдан ашып китә. Был хәлде иҫәпкә алып, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән әсәйҙе суд приставтары розыскҡа иғлан итә.
Тиҙҙән 47 йәшлек ҡатындың ҡайҙа йәшәгәне билдәләнә. Мәжбүри рәүештә уны суд приставтары бүлегенә еткерәләр. Һөҙөмтәлә, алимент бурысын түләүҙән ҡасып йөрөгән ҡатынға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 1-се бүлеге 157-се статьяһы буйынса енәйәт эше куҙғалтыла.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы балаһы алдындағы яуаплылығын онотҡан ҡатынды бер йыл самаһы холоҡ төҙәтеү эштәре йәки иркенән мәхрүм итеү язаһы көтә. Элеге ваҡытта башҡарма эштәре дауам итә.