Яңылыҡтар
Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар күләме артты
2017 йылдың 1 февраленән әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар күләме индексацияланды. Уларҙың иҫәбендә – бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие һәм йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған өсөн пособие. Уларҙың дәүмәле 5,4 процентҡа артты.
Рәсәйҙең Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса түбәк бүлексәһе район коэффициентын иҫәпкә алып пособиеларҙың күләмдәре тураһында хәбәр итте.
Хәҙер бала йәш ярымға еткәнгә тиклем беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның минималь дәүмәле 3 525,54 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға 7051,08 һум тәшкил итә.
2017 йылдың ғинуарынан 2017 йылдың февраленә йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса күсә торған пособиелар өсөн пособиеларҙың минималь күләме яңынан иҫәпләнә. Бала тыуғанда ғаилә бер тапҡыр 18 802,88 һум пособие аласаҡ. Йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға пособие 705,11 һумға тиклем арттырылды. Бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособиеның сикке суммаһы 21 554,82 һум тәшкил итә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.