Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.10.17

10 октябрҙә республикала – ҡыҫҡартылған эш көнө

Шишәмбе 10 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, тип хәтергә төшөрә Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

11 октябрҙә Башҡортостанда Республика көнө билдәләнә. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға ярашлы был көн эшләмәгән байрам көнө булып тора.

2017 йылда 11 октябрь эшләмәгән байрам көнө шаршамбыға тура килә. Тимәк, шишәмбе, 10 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда ял көндәренә 17 байрам көнө тура килә. Быйыл төбәк биләмәһендә эшләмәгән байрам көндәре:

1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — Яңы йыл каникулдары; 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы; 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө; 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө; 1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы; 9 май — Еңеү көнө; 12 июнь — Рәсәй көнө; 25 июнь — Ураҙа байрамы; 1 сентябрь — Ҡорбан байрамы; 11 октябрь — Республика көнө; 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө.

{podcenter}