Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.10.17

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика ҡаҙналарынан йәмғеһе 1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән. Ошондай һандарҙы төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов был йүнәлеш буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында килтерҙе.

Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға төбәктәргә федераль ҡаҙнанан – 25 миллиард һум, уларҙың 856 миллион һумы – Башҡортостанға бүленде. Республика бюджетынан өҫтәмә финанслау 175 миллион һум тәшкил итте, тип билдәләне республика етәксеһе.

— Шул аҡсаның өстән ике өлөшө (700 миллион һумға яҡын) ҡалаларыбыҙҙағы ихаталарҙы төҙөкләндереүгә иҫәпләнгән. Йыл аҙағына тиклем республиканың бөтә ҡалаларында 400-гә яҡын ихата биләмәһе йәлеп ителәсәк. Нефтекамала, Дүртөйлөлә һәм Яңауылда ошо программа буйынса эштәр тулыһынса тамамланған, – тине Рөстәм Хәмитов. – 344 миллион һум 35 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙы ҡала халҡы үҙе һайланы – ул йылға буйы, парк, сквер, урам, майҙан була алды. Ошо эштә халыҡтың ҡатнашыуы һәм йәмәғәт контроле – был өҫтөнлөклө проектты ғәмәлгә ашырыуҙың төп ҡағиҙәләре.

Төҙөкләндерелгән объекттар иҫәбендә – Межгорьелағы парк, Нефтекамала «Бөйөк Ватан һуғышын хәтергә алыу аллеяһы», Белореттың ҡала паркы, Сибайҙа «Йәшлек» скверы, Яңауылда мәҙәниәт һәм ял итеү паркы.

Шуның менән бергә төҙөкләндереү буйынса эштәр 35 йәмәғәт урынының тик һигеҙендә генә тулыһынса тамамланған. Киләһе йылда шул уҡ статья буйынса ярайһы уҡ финанслау алыу өсөн бөтә эштәрҙе ағымдағы йылда тамамлап өлгөрөргә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин үҙ сығышында аныҡлыҡ индерҙе: был проектта төбәктән тик 23 ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасаба ҡатнаша. Халыҡ  менән фекер алышыу барышында адреслы исемлек төҙөлгән, унда 604 күп фатирлы йортты берләштергән 354 ихата һәм 35 йәмәғәт биләмәһе ингән. Конкурс процедураларының йомғаҡтары буйынса 2017 йылғы адреслы исемлеккә ингән ихаталарҙың һаны 393-кә тиклем артҡан.

— Бөгөнгө көнгә ихаталарҙа асфальт түшәү буйынса эштәр объекттарҙың 70 процентында тулыһынса тамамланған, 15 октябргә тиклем бөтә ихаталарҙа ла асфальт һалынырға тейеш, – тип хәбәр итте торлаҡ-коммуналь хужалығы министры.

Сергей Афониндың һүҙҙәренсә, ремонт эштәрен һуңлап башлау процедура мәсьәләләре менән бәйле булды: белдерелгән проекттарҙы экспертиза аша үткәрергә кәрәк ине.

Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәрен ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа төҙөкләндереү эштәренең тиҙлеген кәметмәҫкә, әммә шул уҡ ваҡытта закондың һәр хәрефен етди үтәргә саҡырҙы.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө федераль проекты башланғанға тиклем күпкә алда үҙе республика аҡсаһына йүнәтелгән ҡала ихаталары һәм йәмәғәт биләмәләре базаһын үҫтерә алды, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Тик Өфөлә генә 2011 йылдан 4 меңдән 1116 ихата төҙөкләндерелде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн ҡала халҡының тормошон һәм көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы эштәр этабы бара. Ябай халыҡҡа ихатала, йорт эсендә һәм уның тирәләй тәртип булыуы мөһим. Бында экономияларға ярамай. Был минең ҡәтғи ҡарашым. Ошо йәһәттән республика муниципалитеттарға һәм ҡалаларға ярҙам итәсәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

 

{podcenter}