Яңылыҡтар
03.08.16
Ярты йыл эсендә төбәктә 12 кеше наркотиктарҙан ағыуланып үлгән
Ярты йыл эсендә Башҡортостанда 12 кеше наркотиктарҙан ағыуланып, 91-е сифатһыҙ араҡы эсеп вафат булған. Ғинуар айынан июнгә тиклем наркотиктар (105) һәм спиртлы продукция (836) менән ағыуланыу осраҡтары теркәлгән.
Дарыу эсеп ағыуланыусылар һаны — 490, 207 осраҡта медикаменттар суицид маҡсатында ҡулланылған. Шуларҙың 23-ө үлемгә килтергән. Статистика мәғлүмәттәрен Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығында хәбәр иттеләр.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.