Яңылыҡтар
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың ҡыҙыу линияһы эш башланы
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың ҡыҙыу линияһы эш башланы. 8 800 707 2016 номерына шылтыратыусылар — статистик күҙәтеү тураһында һорауҙарға яуап ала, Росстат белгестәре ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышына мониторинг үткәрә ала.
Бәйләнеш үҙәге 27 июндән 15 авгусҡаса ял көндәрһеҙ Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем эшләй. Рәсәй биләмәһендә шылтыратыуҙар бушлай.
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем дауам итә. Башҡортостанда 1,2 миллион объектты теркәү күҙҙә тотола. Кампанияға ике меңдән ашыу иҫәп алыусы йәлеп ителә. Хәбәр итеүебеҙсә, 24-30 июндә иҫәп алыусылар иҫәп алыу объекттары тураһында мәғлүмәттәрҙе аныҡлау һәм респонденттар менән һорау алыу ваҡыты тураһында һөйләшеп килешеү өсөн объекттарҙы алдан йөрөп сыға.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.