Яңылыҡтар
27.06.16
Республикала 25 меңдән ашыу «рәсми» эшһеҙ иҫәпләнә
Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә теркәлгән 25,4 мең самаһы эшһеҙ иҫәпләнә. Сағыштырыу өсөн: йыл башында халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 26 меңдән ашыу кеше иҫәптә торған.
Әле республиканың вакансиялар банкында 36,4 мең буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар. Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,26 процент тәшкил итә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/