Яңылыҡтар
20.06.16
Башҡортостанда 25,6 мең эшһеҙ иҫәпләнә
Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә теркәлгән 25,6 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә.
Сағыштырыу өсөн: йыл башында республиканың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 26 меңдән ашыу кеше иҫәптә торған.
Әле республиканың вакансиялар банкында 36 мең буш эш урыны бар. Ғинуар айына ҡарағанда 13 мең урынға күберәк. Рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,27 процент тәшкил итә.