Яңылыҡтар
31.08.16
12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде
Ҡорбан байрамы уңайынан 12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда республикала 10,11 һәм 12 сентябрь ял көндәре булып тора.
Ҡорбан байрамы — хаж тамамланыуын белдергән ислам байрамы. Ул Ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс, Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә.