Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

06.09.16

Башҡортостанда һайлау бюллетендәре баҫыла башланы

Башҡортостанда һайлау бюллетендәре баҫыла башланы. Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бөтәһе алты миллиондан ашыу бюллетень әҙерләнә. Улар рус, башҡорт һәм татар телдәрендә «Белая река» нәшриәтендә баҫыла.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова һөйләүенсә, бюллетендәр бер-береһенән айырыла. Һәр документҡа участка һайлау комиссияһының мисәте һәм уның ике ағзаһының ҡултамғаһы ҡуйыла.

«Быйыл Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау өсөн 182 һайлау участкаһы ойошторолған, һәм уларҙа КОИБ-тар эшләйәсәк. Автоматлаштырылған комплекс өсөн бюллетендә мисәт өсөн урын аныҡ билдәләнгән, әммә марка икенсе яғында ҡуйыла, юғиһә мәғлүмәт уҡылмай. Бер мандатлы округ буйынса бюллетендең алғы яғы аҡ, әммә һаҡлағыс селтәр артҡы яғына төшөрөлгән. Бындай документты бөкләргә ярамай, юҡһа эшкәрткән саҡта ҡамасаулыҡ тыуҙырасаҡ», — тип аңлатма бирҙе Марина Долматова.

Быйыл яңылыҡ та бар — һайлаусының кем өсөн тауыш биргәнен бер кем дә күрмәһен өсөн бюллетенде яҙыулы яғын эскә ҡаратып бөкләргә кәрәк.

«Бында бөтә республика һәм Өфө ҡала Советы өсөн һайлауға бланктар баҫыла. Беҙ өсөнсө йыл ошо заказды үтәйбеҙ. Эш бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарыла, цех тәүлек әйләнәһенә ике сменала эшләй. Заказ 13 сентябргә әҙер буласаҡ», — тип һөйләне нәшриәт директоры Олег Лищенко.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

{podcenter}