Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

12.10.16

Нефтекама тиҙ үҫешеүсе биләмә статусына дәғүә итә

Башҡортостан Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына республиканың икенсе һәм өсөнсө категориялы моноҡалаларында тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә булдырыу өсөн ғариза бирҙе. Уларға Нефтекама, Белорет, Учалы һәм Благовещен ҡарай. Ғаризаларға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған.

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ошо муниципаль берәмектәрҙә эш Күмертау һәм Бәләбәй моноҡалаларында тиҙ үҫешеүсе биләмә булдырыу буйынса ыңғай тәжрибә нигеҙендә алып барыла. Әлеге ҡалаларҙың идара итеү командалары Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды программаһы буйынса Мәскәүҙең «Сколково» идара итеү мәктәбендә уҡыған һәм үҙҙәренең проектын уңышлы яҡлаған. Хәҙер уларға тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә статусын биреү тураһында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары әҙерләнә.

Федераль ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең бөтә күп профилле муниципалитеттарында тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә булдырырға мөмкин.

Бындай статус күп профилле берәмектәргә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған эшҡыуарҙар өсөн һалым йәки башҡа льготалар биреү өсөн өҫтөнлөк алырға, шулай уҡ үҙ биләмәһенең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.


 
{podcenter}