Яңылыҡтар
Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 100 инвестиция проекты ойошторола
Республиканың юбилейы уңайынан Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Республиканың 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» тигән эшҡыуарлыҡ акцияһын башлай. Уның маҡсаты — республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу, бизнес һәм властың яңы үҙ-ара эш итеү механизмдарын һынап ҡарау. Акцияны республика Башлығы һәм Хөкүмәте хуплаған, тип хәбәр иттеләр Сауҙа-сәнәғәт палатаһында.
Әлеге акцияла ҡатнашыусылар өсөн бизнесҡа проекттарҙы ваҡытында тормошҡа ашырырға, финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеүҙә, проектты мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыуҙа ярҙам алырға мөмкинлек биргән өҫтөнлөктәр ҡаралған.
Акцияны үткәреү һөҙөмтәләре буйынса 2020 йылда республикала 100 яңы инвестиция проекты башланырға тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.