Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

07.10.16

Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы 26 786 һумға етте

Ошо йылдың июнь-август айҙарында хеҙмәткәрҙәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, июлдә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 26 789 һум тәшкил иткән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9363 һумға тиң. Был хаҡта республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тикшереүҙәргә ярашлы, төбәктә иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 2 миллион 015,9 мең кеше тәшкил иткән.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттары буйынса, эшһеҙҙәр һаны — 110 меңдән ашыу. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,5 процентҡа тиң булған.

1 октябргә республикала рәсми рәүештә теркәлгән 22,5 мең эшһеҙ һәм 36,3 мең вакансия иҫәпләнгән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,11 процент тәшкил иткән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
{podcenter}