Яңылыҡтар
04.10.16
11 октябрь — республикала байрам көнө
Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Законға ярашлы, Республика көнө — Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн — байрам көнө тип иғлан ителде.
Быйыл 11 октябрь шишәмбегә тура килә. Шуға күрә дүшәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, ошо арала йыллыҡ отпуск алған хәлдә 11 октябрь календарь көндәр иҫәбенә инмәй.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.