Яңылыҡтар
Башҡортостандың күпселек райондарында йылытыу миҙгеле башланды
Башҡортостанда 63 муниципалитеттың 40-ы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул итте. Туғыҙ муниципаль берәмектә йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирелгән дә инде.
Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ ҡалалар һәм райондар йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспорттарын тапшырған. Торлаҡ фонды, ҡаҙанлыҡтар һәм йылылыҡ селтәрҙәре ҡышҡа әҙер. Көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә 130 саҡрымдан ашыу йылылыҡ һәм 200 һыу үткәреү селтәрҙәре алмаштырылған, 812 күп фатирлы йортта капиталь ремонт тамамланған.
Йорттар ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә тулыһынса әҙер. Торлаҡ-коммуналь комплекс ойошмаларында ремонтлау персоналы тупланған, бөтә коммуналь предприятиеларҙа резерв яғыулығының етерлек запасы булдырылған.