Яңылыҡтар
Илдә йәшәү минимумы кәметелде
Рәсәй Хөкүмәте III квартал йомғаҡтары буйынса йәшәү минимумын кәметте. Уның дәүмәле йән башына 9889 һум тәшкил итте, был үткән кварталға ҡарата 67 һумға аҙыраҡ, тип хәбәр итә РБК.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәле – 10 678, пенсионерҙарға – 8136, балаларға 9668 һум кимәлендә билдәләнгән.
Быйыл икенсе квартал йомғаҡтары буйынса ул илдә — 9956, эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 10 722, пенсионерҙарға — 8163, балаларға 9861 һум тәшкил итте.
2016 йылдың беренсе кварталы өсөн йән башына йәшәү минимумы 9776 һум булды.
Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын ҡулланыусылар кәрзине нигеҙендә, 2000 йылдан уртаса йән башына, шулай уҡ эшкә һәләтле халыҡ, пенсионерҙар һәм балалар өсөн билдәләнә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.