Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

12.12.16

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме билдәле булды

Ноябрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 4175 һум, йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 44,6 процент тәшкил итте. Былтыр ноябрь айында төбәктә пособиеның уртаса күләме 4185 һум булған.

Эшһеҙлек буйынса пособие алыусыларҙың өлөшө иң аҙы — 27,9, иң күбе 54,1 процент тәшкил иткән. Бер йыл элек — 29 һәм 52,8 процент, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, йыл башынан 45 меңдән ашыу кеше эшһеҙ статусын алған. Был 2015 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарына ҡарағанда һигеҙ процентҡа кәмерәк.

1 декабргә республикала 22,8 мең самаһы кеше эшһеҙ тип рәсми теркәлгән. Был йыл башындағы менән сағыштырғанда 3,3 меңгә, йәки 12,7 процентҡа аҙыраҡ.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}