Яңылыҡтар
Был аҙнала төбәктә көндәр һалҡын торасаҡ
Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡын торасаҡ, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы. Һауа температураһы норманан 5-7 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. 13 декабрҙә бер аҙ йылыта, сөнки Ырымбур өлкәһе аша циклон күсә. Шуға бәйле республиканың көньяғында ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал.
Шаршамбы, 14 декабрҙә, төндә -18, -23, төньяҡта -30, көндөҙ -15, -20 градус булыуы көтөлә. Кесаҙна, 15 декабрҙә, төндә -20,-25, урыны менән -32, көндөҙ -17, -22 градус.
Дөйөм алғанда, декабрҙең икенсе декадаһында төбәктә уртаса һауа температураһы норманан 5-8 градусҡа түбәнерәк булмаҡсы.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.