Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

15.12.16

Рөстәм Хәмитов электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышын үткәрҙе

14 декабрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Ултырыш Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә уҙҙы. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республиканың профилле министрлыҡ, ведомство, юғары уҡыу йорто һәм предприятие вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыш башланыр алдынан республика Башлығы эшкә урынлашыу һәм эш эҙләү өлкәһендәге электрон ресурстар менән танышты, уларҙың кәрәклеге, үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды, ситтән тороп эшләү, иректән мәхрүм итеү урындарынан сыҡҡан кешеләрҙең социаль һәм хеҙмәт шарттарына яраҡлашыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ҡуйылған мәғлүмәт терминалының эшен һынап ҡараны.

– Бында вакансияларҙың, резюмеларҙың электрон банкы булдырылған. Мәғлүмәт биреүҙең автоматлаштырылған системаһы, шул иҫәптән терминалдар, табло эшләй. Хеҙмәт биржаһының эше интернет форматына күсә. Әммә был бары тик заман талаптарына яуап биреү генә. Заманса технологиялар башҡаса эшкә урынлашыуҙы күҙ уңында тота, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға ҡарамаҫтан, онлайн режимда профессиональ диагностикалау, әңгәмәләшеү үткәрелә. Был эшкә урынлашыуҙы тиҙләтә, эш биреүселәргә компетентлы белгестәр табырға ярҙам итә.

Мәғариф системаһында электрон белем биреүҙе индереү буйынса эш дауам итә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. 2017 йылда «Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү» республика программаһына ярашлы, электрон белем биреүҙе файҙаланған ойошмаларҙың өлөшө 80 процентҡа тиклем артырға тейеш. Быйыл электрон ресурстарҙы ҡулланған мәктәптәр һаны 50 процентҡа етте. 2018-2019 йылдарҙа бөтә мәктәптәр ҙә электрон ресурстарҙы файҙаланыр тип күҙаллана.

Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин төбәктә смарт-йәмғиәт булдырыу тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, республикала тейешле методик база бар. «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» порталын яңыртыу дауам итә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

{podcenter}