Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

26.12.16

26 декабрь Рәсәйҙә дөйөм милли матәм көнө тип иғлан ителде

Владимир Путин Краснодар крайында самолет һәләкәткә осрау арҡаһында 26 декабрҙе бөтә Рәсәйҙә матәм көнө тип иғлан итте. Матәм көндө бөтә илдә Дәүләт флагтары бер аҙ төшөрөлгән. Мәҙәниәт учреждениеларына һәм телерадиокомпанияларға күңел асыу сараларын һәм тапшырыуҙарын кисектереп торорға тәҡдим ителгән. Дәүләт башлығы Ҡара диңгеҙ өҫтөндә авиация һәләкәте һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ауыр ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Хөкүмәт комиссия ойошторҙо, уны транспорт министры етәкләне. Һәләкәт сәбәптәре ентекләп тикшереләсәк һәм һәләк булғандарҙың ғаиләренә ярҙам итеү өсөн барыһы ла эшләнәсәк.

2016 йылдың 25 декабрендә Краснодар крайының Сочи ҡалаһы эргәһендә Ту-154 самолеты һәләкәткә осрау сәбәпле бик күп ҡорбандар бар. РФ Оборона министрлығы самолеты Адлерҙан күтәрелеп киткәс ике минуттан һуң радарҙарҙан юғала. Оборона идараһында хәбәр итеүҙәренсә, һауа судноһы бортында 92 кеше була – РФ Хәрби көстәре хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Александров исемендәге ансамбль артистары, туғыҙ Рәсәй киң мәғлүмәт саралары вәкиле һәм Елизавета Глинка (доктор Лиза). Самолет Сүриәгә Хмеймим авиабазаһына осҡан була.

РФ Оборона министрлығының самолеты һәләкәткә осрау сәбәпле ҡыҙыу линия ойошторолған, телефоны: 8-800-100-1886.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}