Яңылыҡтар
Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек категорияһына ҡарамаған спиртлы продукцияны берәмләп һатыу тыйыла
Рәсәйҙә составында спирт булған һәм аҙыҡ-түлек категорияһына ҡарамаған продукцияны берәмләп һатыуҙы сикләү тураһындағы ҡарар үҙ көсөнә инде. Бының турала мәғлүмәт Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең рәсми сайтында ҡуйылған. Илдең баш санитар табибы легаль алкоголле һәм спиртлы продукцияның әйләнешен контролдә тотоу буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәм Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведевтың тапшырылған эшен үтәү юҫығында ошо ҡарарҙы ҡабул итә.
Документҡа ярашлы, юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға составында этил спирты 25 проценттан артыҡ булған эсергә ярамаған спиртлы продукцияны ваҡлап һатыуҙы 30 тәүлеккә туҡтатып торорға кәрәк. Парфюмерия продукцияларына һәм быяла йыуыу шыйыҡсаларына ғына ташлама яһала.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.