Яңылыҡтар
Башҡортостанда ҡайҙа конькиҙа шыуырға була
Яңы йыл байрамдары яҡынлаша, тимәк республика халҡын оҙайлы каникулдар менән төрлө ҡышҡы күңел асыу саралары көтә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы әүҙем ял итергә яратыусыларға Башҡортостанда булған һырғалаҡтар исемлеген әҙерләне.
30-лаған стадион республика халҡын ҡабул итергә әҙер. Мәғлүмәт агентлығы бөтә телефон, адрес, эш сәғәттәрен һәм тәҡдим иткән хеҙмәткә хаҡтарҙы тикшерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, барыр алдынан мәғлүмәтте асыҡлау өсөн шылтыратырға йәки һырғалаҡтың интернет-битенә инеп сығырға тәҡдим итә. Тулы исемлек «лонгридта» бирелгән.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.