Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

28.12.16

Республикала аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәте үҫешә

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәтенең үҫеше билдәләнә. Ағымдағы йылдың 11 айында аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәте индексы 102,6 процент тәшкил иткән.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуарҙан алып ноябргә тиклем төбәктә 72 мең тонна ит һәм суппродукттар (уҙған йыл кимәленә 131,9 процент); 9,3 мең тонна ярма (120,7 процент); 3,3 миллион декалитр алкоголһеҙ эсемлек (119,3 процент) етештерелгән.

Шул уҡ ваҡыт эсендә ит ярымфабрикаттары алты мең тоннаға яҡын етештерелгән (118,2 процент), он — 83,2 мең тонна (116,2 процент), айыртылмаған һөт аҙыҡ-түлеге — 365 мең тонна (107,4 процент), минераль һәм газлы һыуҙар — 281 миллион ярты литр (109,5 процент), араҡы – 2,3 миллион декалитр (102,7 процент) .

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}